“Баймаҡ торлаҡ фонды менән идара итеү компанияһы” ЯСЙ-һы эшмәкәрлеген 2008 йылда башлай. Хеҙмәт коллективы ҡарамағында һикһән ике күп фатирлы йорт. Уларҙы төҙөкләндереү, шуның менән халыҡҡа йәшәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән улар ҙур эштәр алып бара.
Былтыр С.Есенин урамының 8-се, Тыныслыҡ урамының 1-се “а”, С.Чекмарев урамының 3-сө, Юбилей урамының 30-сы йорттарҙың подъездары ремонтланған, тәҙрәләре яңыртылған. С.Есенин урамындағы 8-се һәм Тыныслыҡ урамының 1-се “а” йорттарҙың подъездарына тимер ишектәр ҡуйылған. Дөйөм алғанда, 1450 метр йылылыҡ, 360 метр эсәр һыу менән тәьмин итеү, 240 метр канализация, 1320 метр электр селтәре яңыртылған. Шулай уҡ ун биш күп фатирлы йорттоң ҡыйығы ремонтланған.
Күп фатирлы йорттар алдын тәртиптә тотоуға айырым иғтибар бирелә. Бер нисә ихата алдына биш тонна асфальт түшәлгән. “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә С.Есенин урамындағы скверға һикһән төп миләш ултыртҡандар. Утыҙ йорттоң ихата алдындағы баҡсаларҙан ҡарт ағастар алынған. Ун алты йорттоң подвалы таҙартылып, һигеҙендә кер киптереү майҙансығы яңыртылған. Уҙған йылдың ноябренән алып урамдарҙы йыйыштырыусылар балалар һәм спорт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереүҙе үҙ өҫтәренә алған.
Йыл һайын бөтә йорттарҙа ла вентиляция каналдарына диагностика уҙғарыла һәм кәрәк булған осраҡта улар таҙартыла. Бындай эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн ойошма махсус ҡоролма һатып алған. Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан бөтә йорттарҙың да торбалары тикшереү үтә.
“Баймаҡ торлаҡ фонды менән идара итеү компанияһы” ЯСЙ-һы алдында быйылға ла ҙур пландар ҡуйылған. Дүрт күп фатирлы йортта ремонт эштәре үтәсәк. Подъездарҙа ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыласаҡ. Йылылыҡ, эсәр һыу менән тәьмин итеү, канализация, шулай уҡ электр селтәрҙәрен дә яңырыу көтә.
Йәмғиәттең көндәлек эшмәкәрлеге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Бындай сараларҙың артында, әлбиттә, тынғыһыҙ, үҙ бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәт коллективы тора. Газ менән иретеп йәбештереүсе Андрей Дашкин, балта оҫтаһы Талип Дәүләткилдин, водитель Рим Мазитов, электрик Иван Оренбуркин, диспетчер Венера Әминева, слесарь Евгений Липеев, йыйыштырыусы Ғәлиә Мусина, урамдарҙы йыйыштырыусылар Шәмсиниса Мәхмүтова, Людмила Мәмбәтҡолова, Әхәт Вәлиев, Сабир Сарбулатов һәм башҡалар оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Баймаҡ халҡына матур һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләгән коллективтың проблемаһы ла юҡ түгел. Уларҙың хеҙмәтен файҙаланып та уның өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәр борсолоу тыуҙыра. Былтыр 4 млн 131 мең һум бурысты түләттереү өсөн судҡа 115 дәғүә ғаризаһы яҙылған. Шуның 2 млн 542 мең һумы ҡайтарылған. Һүҙ юҡ, ваҡытында түләнгән бындай ҙур сумма күп эштәрҙе атҡарып сығыуға мөмкинлек бирер ине.
Йәшәйешебеҙгә йәм биргән, уңайлы шарттар тыуҙырған торлаҡ-коммуналь хужалығы коллективтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт белдерәбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.