+21 °С
Болотло
Аҙна һайын ҡала, ауылдарҙа "Таҙа кесаҙна" акцияһы үтә. Уның сиктәрендә һәр ойошма, учреждение үҙ биләмәһен, шәхси йорттар ихата янын ҡый үләндәренән, сүп-сарҙан таҙарта.
"Һаҡмар", "Баймакский вестник" гәзите хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә акциянан ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнашты. Матбуғат йорто янындағы өмәлә ҡойолған япраҡтар, ҡороған сәскәләр алынды.