+11 °С
Облачно
Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеү менән ҡыш буйы йыйылған ҡыйҙар, сүп-сар ҡалдыҡтары күренә башланы. Бөгөн район-ҡала буйынса "Таҙа кесаҙна" акцияһы сиктәрендә өмәләр үтте. Унда төрлө учреждение, ойошма хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашып, һәр кем үҙенә беркетелгән биләмәне ҡыйҙан таҙартты. Беҙ ҙә, "Һаҡмар" һәм "Баймакский вестник" редакцияһы коллективы был эште башҡарып ҡуйҙыҡ. "Тирә-яҡ таҙарып, матурайып ҡалды. Аҙна һайын өмәләргә сығабыҙ. Матурлыҡ булдырыу - үҙ ҡулыбыҙҙа", - ти "Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова.