Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
23 Июль , 15:50

“Башҡорт ихаталары” Баймаҡта уңышлы эшләй

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылда башланғыс алған “Башҡорт ихаталары” программаһы Баймаҡта яҡшы тормошҡа ашырыла. Ҡалала был тәңгәлдә алып барылған ҙур эштәрҙең һөҙөмтәһен күреп, халыҡ уға ышаныс белдерә. Әленән-әле тәҡдимдәр менән сығалар, үҙҙәре лә һуңғы эш һөҙөмтәһен күреү өсөн төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашалар.

2019  йылда ҡаланың Салауат Юлаев проспектының 31-се, 33-сө һәм Юбилей урамының 1-се йорттарҙың ихата алдарында тулы реконструкция үтте. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспектының 25-се йорт алдына асфальт япмаһы түшәлде, электр яҡтыртҡыстары яңыртылды.

2020 йылда иһә Әлибаев урамының 53-сө “а”, 57-се һәм Юбилей урамының 3-сө йорт алдарында ла шундай уҡ үҙгәрештәр булды.

2021 йылда Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се, 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө йорттарҙың ихаталарында төҙөкләндереү эштәре алып барылды.

2022 йылда Тыныслыҡ урамының 3-се, 3-сө “а”, 3-сө “б” һәм Тыныслыҡ урамының 1-се, 1-се “а”, 3-сө “а” йорттары яңы һулыш алды.

2023 йылда Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се, Муса Йәлил урамының 17-се йорттарҙа йәшәүселәр оло ҡыуаныс кисерҙе. Уларҙың да ихата алдарында күп мөмкинлектәр тыуҙы.

Быйыл иһә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәр Тыныслыҡ урамының 25-се, С.Есенин урамының 1-се, 3-сө, С.Чекмарев урамының 17-се йорттар алдында дауам итә.

Программалар буйынса ихата алдарына асфальт япмаһы түшәлә, тротуарҙар яңыртыла, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡалҡып сыға, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары барлыҡҡа килә, электр энергияһы селтәре реконструкциялана.

Лилиә Такаева.    

“Башҡорт ихаталары” Баймаҡта уңышлы эшләй
“Башҡорт ихаталары” Баймаҡта уңышлы эшләй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: