+1 °С
Болотло
Ҡала хакимиәте етәкселеге Тыныслыҡ урамы, 25, Есенин урамы, 1, 3, 5 һәм Чекмарев урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашты. Киләһе йылда ошо йорттарҙың ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырылған. Осрашыуҙа халыҡ менән берлектә башҡарыласаҡ эштәрҙең проекты ҡаралды. Йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе. Проектлаусы ойошма, уларҙың фекерен һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, проектты яңынан ҡараясаҡтарын һәм үҙгәрештәр индерәсәктәрен белдерҙе.