"Һаумыһығыҙ, Шәрифә һәм Ғәфиә дауамдары!" исеме аҫтында туғандар осрашыуы гөрләне Ишбирҙе ауылының Ҡарағаслы морон туғайында. Шәрифә менән Ғәфиә Иҫәнбаевалар - Нияҙғол ауылы ҡыҙҙары. Бәләкәйҙән етем ҡалып, аслы-туҡлы, яланғас, бик күп михнәттәр күреп үҫә улар. Бала саҡтарын, ауыр һуғыш йылдарын, унан һуңғы осорҙары тураһында айырым китап яҙырлыҡ... Иҫ китмәле тормош юлын үтәләр улар. Икеһе лә 95 - те үтеп, матур балалар үҫтереп, балаларының, ейән -ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең изгелектәрен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, баҡыйлыҡҡа күстеләр. Осрашыуға 76 кеше йыйылды. Әруахтарға аят бағышлап, ҡорбан ашы ашап, аралашып, кәңәшләшеп таралышты туғандар. Төп маҡсатыбыҙ, әлбиттә, балаларҙы таныштырыу, нәҫел ептәрен нығытыу ине. Әхлаҡ тәрбиәһе, патриотик рухи аҙыҡ алып, өлкән быуындарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, һоҡланыу алып ҡайттылар улар. Күңелле уйындар, спорт ярыштары, йырҙар, бейеүҙәр уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Киләһе "Шәрифә һәм Ғәфиә дауамдары" осрашыуы Сыңғыҙ ауылында, Һаҡмар буйында үтәсәк. Именлек, иҫәнлек, бәхетле ғүмерҙәр насип булһын Аллаһ бирһә!
Ғәлимә Юнысова.