Ғаилә
17 Июля , 07:00

Төпкөл ауылдың матур ғаиләһе

Йәмле май айында осраша улар. Ағастар яңы ғына япраҡ ярып, гөл-сәскәгә күмелгәндә, йөрәктәрҙең ниндәйҙер серле хистәр көтөп, ашҡынған мәлендә бер-береһен тап итәләр. Кис. Баймаҡ автовокзалы. Рәил Ҡасҡынов Алғаҙы ауылына автобус көтә. Мерәҫ һылыуы Гөлназ да тыуған яғына ҡайтып әйләнергә була. Ул был ваҡытта Баймаҡтағы бер сауҙа нөктәһендә һатыусы булып эшләгән була. Йәштәр тап шунда осраша, таныша һәм күп тә үтмәй, ике айҙан һуң өйләнешеп тә ҡуя. Был көн 2007 йылдың 19 июле була.

Йәмле май айында осраша улар. Ағастар яңы ғына япраҡ ярып, гөл-сәскәгә күмелгәндә, йөрәктәрҙең ниндәйҙер серле хистәр көтөп, ашҡынған мәлендә бер-береһен тап итәләр.

Кис. Баймаҡ автовокзалы. Рәил Ҡасҡынов Алғаҙы ауылына автобус көтә. Мерәҫ һылыуы Гөлназ да тыуған яғына ҡайтып әйләнергә була. Ул был ваҡытта Баймаҡтағы бер сауҙа нөктәһендә һатыусы булып эшләгән була. Йәштәр тап шунда осраша, таныша һәм күп тә үтмәй, ике айҙан һуң өйләнешеп тә ҡуя. Был көн 2007 йылдың 19 июле була.

Яңы ғаилә ҡорған Ҡасҡыновтар Алғаҙы ауылында төпләнә. Рәил Заһитулла улы был яуаплы һәм мөһим аҙым яһар алдынан ныҡлы әҙерлек алып барған. Тәүҙә урманға яҡын ғына ерҙе һайлап, ҙур итеп өй төҙөп ултырта. Өс йыл үҙе генә унда йәшәп тә өлгөрә. Йортоноң төп хужабикәһе булырлыҡ ҡыҙҙы оҙаҡ эҙләй һәм уны көтмәгәндә осрата. Гөлназ һылыуҙы тәү күргәндә үк оҡшата һәм күп уйлап тормай, кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Уның һорауына Гөлназ: “Эйе”, - тип яуап бирә.

Рәил Заһитулла улы кәләшен тура үҙҙәренең өйөнә алып ҡайта. Күп тә үтмәй, ғаиләгә бәхет өҫтәп, шатлыҡ нурҙарына сорнап, бер-бер артлы балалары донъяға килә: Алтынай, Арыҫлан, Ғәфүр, Гөлсирен, Алтынғужа.

Шуныһы ҡыуаныслы, балалары ата-әсәләрен ҡыуандырып, матур итеп үҫеп килә. Бөтәһе лә яҡшы уҡыуҙары, өлгөлө тәртиптәре менән һөйөндөрә. Алтынай быйыл Әбделкәрим мәктәбенең 11-се класын көмөш миҙалға тамамлаған. Әле юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн документтарын әҙерләй. Арыҫландары 9-сы класты бөткән. Уның да әлегә йәшертен генә сере бар. Артабан һөнәр алыу маҡсатында документтарын тапшырырға әҙерләнә. Улдары Ғәфүр – 8-се, ҡыҙҙары Гөлсирен 5-се класҡа барасаҡ. Кинйәкәүҙәре Алтынғужа Әбделкәрим ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да киләһе йыл мәктәпкә барырға йыйына.

Гөлназ һәм Рәил Ҡасҡыновтар балаларын һәр яҡлап тәрбиәләп үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Алғаҙы ауылында балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә булмау сәбәпле улар Әбделкәримгә йөрөп уҡый. Иртәнсәк автобус килеп ала, дәрестәр бөткәс, кире алып ҡайта. Уҡыйым, белем алам тигән балаға, бындай ғына мәшәҡәттәр кәртә булып тора алмай. Быны Алтынайҙың миҫалында асыҡ күрергә була: ата-әсәһе, уҡытыусылары бөгөн уның уңыштары менән хаҡлы ғорурлана.

- Алғаҙы ауылына килен булып төшкәс, тәүҙә аптырап ҡалдым, - тине Гөлназ Ҡасҡынова. – Сөнки эшләп өйрәнгәнмен. Ә бында ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә лә эш табыуы ауыр. Ауыл бәләкәй булғас, бер ниндәй прердприятие ла, учреждение ла юҡ. Шул сәбәпле, ирҙәр ғаиләләрен тәьмин итеү маҡсатында ситкә китергә мәжбүр. Әлеге ваҡытта тормош иптәшем Семеновск ауылы эргәһендәге “Түбә-Ҡайын” руднигында вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ғаилә башлығының эргәбеҙҙә булмауы ауыр, әлбиттә. Был тәңгәлдә балаларым – минең беренсе ярҙамсыларым. Һәр эштә лә уларҙың таянысын тоям. Ә кистәрен беҙ бергә ултырып һүрәт төшөрөргә яратабыҙ. Ә беҙҙең ғаиләнең девизы – һәр ваҡыт кеше булып ҡалыу.

Гөлназ Әнүәр ҡыҙы ауылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш юҡ, тиһә лә, хужабикә булараҡ, уның бер генә минут та буш ултырғанын күрмәҫһең. Ҡасандыр тегенсегә уҡып алған һөнәре бөгөн уға ярҙам итә. Ҡорғанын да, түшәк-ҡаралтыһын да тегеп ала.

Ҡасҡыновтар кәртә тултырып мал көтә. Йылҡылары ғына ла ундан ашыу. Күпләп ҡош-ҡорт алалар. Баҡсаһында тултырып емеш-еләк үҫтерәләр. Көҙгөһөн күпләп һут, турама әҙерләйҙәр.

Ҡасҡыновтар өйләнешеп, балалары тыуғас, уларға тейешле белем биреү, тәрбиәләү маҡсатында Баймаҡҡа күсеп китергә уйлай. Өй ҙә ҡарап ҡуялар. Ләкин һуңғы минутта улар был ниәттәренән баш тартып, ауылда төпләнеүҙе хуп күрә.

- Гөлназ һәм Рәил Ҡасҡыновтар ауылдың абруйлы ғаиләләренең береһе, - тине Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина. – Бик матур итеп донъя көтәләр. Балаларына матур тәрбиә биреп үҫтереүҙе маҡсат итеп алғандар. Тап шундай ғаиләләр ауылыбыҙҙың терәге һәм киләсәге.

Ысынлап та, Ҡасҡыновтар төпкөл ауыл тип тормай, гөрләтеп донъяһын да көтә, балаларына матур тәрбиә лә бирә. Бары теләк кенә булһын, алдыңа алған маҡсатыңа өлгәшеүе ауыр түгел.

Төпкөл ауылдың матур ғаиләһе
Төпкөл ауылдың матур ғаиләһе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас