Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
9 Февраль , 17:20

Хөрмәтте хеҙмәте менән яулаған шәхес

Рауил Хөрмәт улы 1951 йылдың 2 февралендә Алғаҙы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уның да бала сағы тиҫтерҙәренеке кеүек үк һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Алғаҙы ауылының дүрт йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Әбделкәрим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Белем алыуға ынтылған егет артабан Хәйбулла районының Аҡьяр ауылына килә. Бында әсәһенең бер туған һеңлеһе Хәтимә Йәндәүләтова һәм еҙнәһе Фирғәт Моратовтарҙа йәшәй. Рауил Йәнсурин ҡартәсәһенең үҙен күкрәгенә ҡыҫып әйткән кәңәшен һәр ваҡыт тотоп, бар тырышлығын белем алыуға һала. Мәктәп йылдарында уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, яңы дуҫтар таба, китаптар донъяһына сума. Тап ошо осроҙа ул үҙен алдағы тормошҡа ныҡлы әҙерлек башлай. 

Билдәле партия эшмәкәре, урындағы үҙидара органдары ветераны һәм әүҙем йәмәғәтсе Рауил Йәнсурин үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Рауил Хөрмәт улы 1951 йылдың 2 февралендә Алғаҙы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уның да бала сағы тиҫтерҙәренеке кеүек үк һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Алғаҙы ауылының дүрт йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Әбделкәрим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Белем алыуға ынтылған егет артабан Хәйбулла районының Аҡьяр ауылына килә. Бында әсәһенең бер туған һеңлеһе Хәтимә Йәндәүләтова һәм еҙнәһе Фирғәт Моратовтарҙа йәшәй. Рауил Йәнсурин ҡартәсәһенең үҙен күкрәгенә ҡыҫып әйткән кәңәшен һәр ваҡыт тотоп, бар тырышлығын белем алыуға һала. Мәктәп йылдарында уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, яңы дуҫтар таба, китаптар донъяһына сума. Тап ошо осроҙа ул үҙен алдағы тормошҡа ныҡлы әҙерлек башлай.  

Рауил Хөрмәт улы мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның математика факультетына уҡырға инә. 1973 йылда йәш белгес ҡулына диплом ала. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәт юлын Ҡолсора ауылының ун йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай. 1975 йылда уны уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп үрләтәләр. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ил алдында торған проблемаларҙы дөрөҫ аңлағаны, һәр эшкә яуаплы ҡарағаны, үҙенә генә түгел башҡаларға ла талапсан булғаны һәм ойоштороу һәләте барлығын баһалап, КПСС-тың йәш ағзаһы Рауил Хөрмәт улын райкомға инструктор итеп эшкә саҡыралар. 1977 йылда сәйәси-ағартыу бүлеге мөдире, 1981 йылда өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире итеп үрләтәләр. Ун йыл ошо тәңгәлдә әүҙем эш алып барғандан һуң уны 1986 йылда күп тармаҡлы йүнәлештә эшләгән “Һәүәнәк” совхозына партком секретары итеп күсерәләр.

Дөйөм алғанда, Рауил Йәнсурин үҙенең ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажының утыҙ йылын Темәс ауылы халҡына бағышлай. 1986-1990 йылдарҙа совхоздың партком секретары, артабан директор урынбаҫары, Темәс ауыл Советы рәйесе, урындағы мәктәп директоры, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, ауыл биләмәһе башлығы вазифаларын башҡарҙы. Ошо дәүер эсендә ул райондың иң ҙур ауыл биләмәһе булып һаналған Темәсте үҫтереү, халыҡҡа йәшәүгә уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә ҙур эштәр алып бара: яңы урамдар ҡалҡып сыға, газ селтәре төҙөлә, юлдарға асфальт түшәлә, һыу торбалары яңыртыла, яңы электр үткәргестәр һуҙыла. Шулай уҡ мәктәптәрҙе, балалар баҡсаһын, музейҙы, мәҙәниәт йорттарын реконструкциялау, баҙар комплексы төҙөү, ауылдарҙа мәсеттәр һалыу өсөн уға байтаҡ көс һалырға тура килә.

Темәс ауылының мең йылдан ашыу тарихы бар. Рауил Хөрмәт улы республикабыҙҙың беренсе баш ҡалаһы булған ауылдың арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк икәнен бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тотоп, иҫтәлекле урындарҙы, ҡомартҡыларҙы һаҡлау, арҙаҡлы шәхестәрҙе хөрмәтләү, улар өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Район һәм республика кимәлендә уҙған бөтә сараларҙа ла үҙенең уй-фекерҙәрен белдерә, пландары менән ҡыйыу сығыш яһай. Тап шундай тос фекер йөрөткән шәхес Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының I, II, IV съездарында райондан делегат итеп һайлана.

Рауил Йәнсурин, ысынлап та, үҙ ҡарамағындағы биләмәне төҙөкләндереү, халҡы өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыу теләге менән янып эшләй. Һүнеп барған ауылдарға йән өрөү өсөн бар тырышлығын һала. Яңы эш урындары булдырыу масатында төбәктә урман хужалығы һәм таш сығарыу йүнәлешендә цехтар асыла. Сауҙа нөктәләре ҡалҡып сыға. Шәхси хужалыҡты үҫтереү, унан табыш алыу мөмкинлеге хаҡында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы үҙ төйәгендә төпләнеп ҡалыуға өҫтөнлөк бирә. Яңы урамдар барлыҡҡа килә, өйҙәр сафҡа инә.

Дөрөҫөн әйткәндә, Рауил Хөрмәт улының эшмәкәрлеге, уның тормош юлы бер генә китапҡа һыйырлыҡ түгел. Һуғыштан һуңғы йылда ябай ғаиләлә тыуып үҫкән, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған шәхесебеҙ район кимәлендә ҙур етәксе вазифаһына тиклем үрләне. Уның тормош юлына байҡау яһап, беҙ ул осор оло ҡаҙаныштар һәм ҙур төҙөлөштәр дәүере булған, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Ә бит ул йылдар еңелдән түгел ине. Тотош донъяны баҫҡан һәм әленән-әле ҡабатланып торған иҡтисади көрсөк, ваҡыты менән булып алған аңлашылмаған хәл-ваҡиғалар етәксе органдарҙа эшләүселәрҙән айыҡ аҡыл, киҫкен осраҡтарҙа ҡырҡа ҡарар ҡабул итеүҙе, һәр аҙымды үлсәп баҫыуҙы талап итте. Сөнки Р.Х. Йәнсурин иң беренсе нәүбәттә халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итте. Әгәр кәрәк икән, “Ни өсөн һаман эшләнмәгән?”, “Уны нисек атҡарырға була?” тигән һорауҙар менән ул кабинеттан-кабинетҡа йөрөп, йыйындарҙа сығыш яһаған етәксенең ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәре ҡатыраҡ та яңғырағандыр, ә үҙе уҫал да булып күренгәндер. Әммә эш һөҙөмтәһе уға ҡарата ихтирам менән ҡарарға мәжбүр итте. Ни тиһәң дә, етәксе булараҡ, унан халыҡ буш вәғәҙәләр түгел, ә аныҡ эш көтөүен аңлай ул. Был тәңгәлдә Рауил Хөрмәт улы халыҡ ышанысын тулыһынса аҡланы, тип әйтергә мөмкин.

- Уңыштарым минеке генә түгел, ә ул дәүерҙә бергә эшләгән хужалар, хеҙмәттәштәремдеке лә, - ти Рауил Йәнсурин тормош юлына байҡау яһап. – Р.И. Имамов, М.Т. Хәкимов, Р.Ә. Сырлыбаев, Р.Х. Хисмәтуллин, Б.Р. Күсәбаев, Ә.Ә. Мөхәмәтйәнова, Р.З. Ишбулатовтар менән ҡулға-ҡул тотоноп алға барҙыҡ. 

Рауил Хөрмәт улының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Ул Темәс ауылының почетлы гражданы булып танылды,  Башҡорт АССР-ының, БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығының, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл”, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде.

Халҡы өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән арҙаҡлы ауылдашыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, донъя именлеге теләйбеҙ.

Марат Әүәлбаев,

“Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе.

 

  

 

Хөрмәтте хеҙмәте менән яулаған шәхес
Хөрмәтте хеҙмәте менән яулаған шәхес
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас