Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Сентябрь 2025, 14:25

Биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып

Ә бит бөтәһе лә ябай ғына башлана. Йәштәр кискеһен клубҡа йыйыла. Ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә дәртле бейеүгә төшө. Шул ваҡыт Булат ағайҙың иғтибарын уртала өйрөлөп-өйрөлөп бейеп йөрөгән Флүрә апай йәлеп итә. Шул ваҡытта ул был сая, һылыу ҡыҙ мотлаҡ минеке буласаҡ, тигән ныҡлы ҡарар менән Флүрә апайҙың алдына килеп баҫа һәм уны күтәреп алып, бейей башлай. “Миңә кейәүгә сыҡһаң, күтәреп кенә йөрөтөрмөн”, - тип вәғәҙә бирә. Шул ваҡыттан алып Булат ағай ғүмерлеккә һайлап алған тормош иптәше Флүрә апайҙы, ысынлап та, усында ғына йөрөтә. Хәҙер инде ул ваҡыттан 57 йыл да үтеп киткән. Матур ғаиләлә бер-бер артлы дүрт: ике ул һәм ике ҡыҙ бала донъяға килә. Өлкән ҡыҙҙары Альбина – Ярат ауылы хакимиәте башлығы булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлдәр - Өфөлә төпләнгән. Әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улдары Морат та шулай уҡ Өфөлә йәшәй, “Газпром” йәмғиәтендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флүрә апай менән Булат ағайға бала ҡайғыһын да кисергә тура килә. Улдары Миратҡа хәрби хеҙмәткә юлланырға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалғас, фажиғәле рәүештә һәләк була. Уға ни бары 18 генә йәш була. 

Ярат ауылында абруйлы, һәр кемдең хөрмәтенә төрөнөп йәшәгән ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе - Флүрә Аждармәлик ҡыҙы Ҡасҡынова һәм Булат Вәкил улы Ишембетов. Улар – оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән дан тотҡан, балаларына матур тәрбиә биргән абруйлы ғаилә.

Ә бит бөтәһе лә ябай ғына башлана. Йәштәр кискеһен клубҡа йыйыла. Ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә дәртле бейеүгә төшө. Шул ваҡыт Булат ағайҙың иғтибарын уртала өйрөлөп-өйрөлөп бейеп йөрөгән Флүрә апай йәлеп итә. Шул ваҡытта ул был сая, һылыу ҡыҙ мотлаҡ минеке буласаҡ, тигән ныҡлы ҡарар менән Флүрә апайҙың алдына килеп баҫа һәм уны күтәреп алып, бейей башлай. “Миңә кейәүгә сыҡһаң, күтәреп кенә йөрөтөрмөн”, - тип вәғәҙә бирә. Шул ваҡыттан алып Булат ағай ғүмерлеккә һайлап алған тормош иптәше Флүрә апайҙы, ысынлап та, усында ғына йөрөтә. Хәҙер инде ул ваҡыттан 57 йыл да үтеп киткән. Матур ғаиләлә бер-бер артлы дүрт: ике ул һәм ике ҡыҙ бала донъяға килә. Өлкән ҡыҙҙары Альбина – Ярат ауылы хакимиәте башлығы булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлдәр - Өфөлә төпләнгән. Әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улдары Морат та шулай уҡ Өфөлә йәшәй, “Газпром” йәмғиәтендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флүрә апай менән Булат ағайға бала ҡайғыһын да кисергә тура килә. Улдары Миратҡа хәрби хеҙмәткә юлланырға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалғас, фажиғәле рәүештә һәләк була. Уға ни бары 18 генә йәш була. 

Ғаилә башлығы Булат Вәкил улы 1945 йылдың 14 сентябрендә Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Атаһы “Буденный” колхозында оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән. 1952 йылда уны Карл Маркс исемендәге колхозға күсерәләр. Һөҙөмтәлә ғаилә Ярат ауылында төпләнә. Булат ағай башланғыс белемде урындағы мәктәптә алғас, артабан уҡыуын Беренсе Этҡол ауылында дауам итә. Оҙаҡламай ул әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Өс йылдан ашыу ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнай. 1968 йылда ҡайтҡс та, күп уйлап тормай, хеҙмәт юлын башлаған тыуған колхозының идаралығына эшкә килә. Бында ул тәүҙә иҫәпсе, һуңынан бухгалтер була. Һуңғараҡ баш иҡтисадсы булып эшләй. Эшенә яуаплы ҡарағаны, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан, ғәҙел булғаны өсөн Булат Вәкил улын Карл Маркс исемендәге колхоздың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы вазифаны ул ете йыл башҡара. Булат Вәкил улы утыҙ алты йыл хеҙмәт стажы туплап, хаҡлы ялға сыға.

Флүрә Аждармәлик ҡыҙы – Ғәҙелбай ауылы һылыуы. 1945 йылдың 18 ғинуарында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Тәүге ике класс белемде урындағы мәктәптә, һуңынан Беренсе Этҡол мәктәбендә ала. 1962 йылда 10-сы класты тамамлай. Заманына күрә ярайһы ғына белемле булып һаналған ҡыҙ бала мәктәпкә килә һәм Сыңғыҙ, Таулыҡай мәктәптәрендә балаларға башланғыс белем бирә башлай. Үҙенең дөрөҫ юлда барғанын аңлаған Флүрә Аждармәлик ҡыҙы артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында, 1967 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға килә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Ярат ауылы мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Бында ул башланғыс класс уҡытыусыһы булараҡ, бәләкәстәрҙе белем үренә әйҙәй. Ошо тармаҡта барлығы 38 йыл педагогик стаж туплап, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. Флүрә Аждармәлик ҡыҙы балаларға белем биреп, уларҙы оло юлға баҫтырып, күптәрҙең яратҡан һәм абруйлы уҡытыусыһы булып танылған. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте район хакимиәтенең, БР-ҙың Мәғариф министрлығының, шулай уҡ РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһалана.

Бөгөн Флүрә апай һәм Булат ағай икеһе лә хаҡлы ялда. Бәхетле ғүмер миҙгәлдәрен кисерә улар. Ошо көндәрҙә икеһе лә 80 йәшлек матур юбилейҙарын билдәләне. Биш – ейән, өс ейәнсәр, шулай уҡ дүрт бүләсә бәхетен күреп, уларҙың яратҡан өләсәһе, ҡартәсәһе һәм ҡартатайҙары булып ғүмер итәләр. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөгөн дә улар әүҙем тормош менән йәшәй. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт көтәләр. Гөл-сәскәләре бар донъяға матурлыҡ һирпә. Ҡот уйнап торған өйҙәрендә шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп, балаларының һөйөүенә төрөнөп ғүмер итәләр. Ә инде Булат ағай бөгөн дә “тимер ат”ына Флүрә апайҙы ултыртып, бергәләп ҡунаҡҡа ла баралар, тәбиғәткә лә сығып ял итәләр. Булат ағай йәш саҡта Флүрә апайға биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, бөгөн дә ҡәҙерле тормош иптәшен һөйөп кенә усында йөрөтә. Бына шул ул ғүмерҙең бәхетле алтын мәле.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы. 

Биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып
Биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас