-12 °С
Болотло
Башҡортостан башлығы ҡарарына ярашлы, ошо көндәрҙә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Улар - Үрге Яйыҡбай ауылынан Гөлсинә Әминева, Темәстән Рита Атанғолова һәм Гүзәлиә Бастанова, Ишмырҙанан Алина Фәйзуллина һәм Баймаҡ ҡалаһынан Лидия Монасипова. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов әсәләрҙе юғары наградалары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, миҙалдар тапшырҙы.