Мансур Рамаҙан улы сығышы менән Буранбай ауылынан. 1954 йылдың 3 ғинуарында колхозсылар ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе Миңнур һәм Рамаҙан Алтынбаевтар 10 балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына оҙатҡан абруйлы ғаилә була.
Бала саҡтан ғилемгә ынтылған Мансур башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала. 1965 йылда күрше Беренсе Этҡол мәктәбенә йөрөп уҡый башлай.
“Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, бурандарҙа ла уҡыуҙы ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ. Был беҙҙе сыныҡтырҙы ғына”, – тип хәтерләй ул йылдарҙы. 1967 йылда, Сыңғыҙҙа урта мәктәп асылғас, тиҫтерҙәре менән шунда уҡыуын дауам итә. Бында ул 8-се класты тамамлай. Артабан бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1973 йылда уны тамамлап, хеҙмәт юлын Буранбай мәктәбендә башлай.
Бында башланғыс мәктәптең яңы бинаға күскән генә сағы була. Мөдир булып килгән Мансур Рамаҙан улы ең һыҙғанып эш башлай. Мәктәптең ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге буйынса хатта 1-се урын алыуға өлгәшәләр. Тағы йыл ярымдан йәш етәксене Ленин исемендәге колхоздың комсомол секретары итеп һайлайҙар. Артыҡ теләге булмаһа ла ризалаша. Белемен камиллаштырыу өсөн уны Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Ике айҙан ул ең һыҙғанып яңы вазифала эш башлай. “Ауылдың гөрләп торған сағы. Йәштәр менән клубты ремонтланыҡ. Йыуып, буяп та ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлектең сәскә атҡан сағы ине. Ауылдан-ауылға йөрөп концерттар ҡуйҙыҡ”, – тип хәтерләй был йылдарҙы юбиляр .
1975 йылда Мансур Рамаҙан улын мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар. Методист булып хеҙмәт юлын дауам итә. Тап ошо йылда ул юғары белем алыу тураһында уйлана башлай һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Студент йылдарында ул ғүмерлек тормош юлдашын осрата. Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Зәкирә тәү күреүҙән уның күңелен арбай. Тиҙҙән йәштәр өйләнешеп тә ҡуя. Мөхәббәт емештәре булып Айгөл, Айнур һәм Әлиә донъяға килә.
1980 йылда Алтынбаевтар ғаиләһе Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Йәштәрҙе Күгиҙел мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Мансур Рамаҙан улын – мәктәп директоры, ә Зәкирә Сәхиулла ҡыҙын рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
– Беҙ Күгиҙелгә барып төшкәндә ҡойоп ямғыр яуа ине. Бысраҡ, юл юҡ. Ә бына тәбиғәте күңелде арбағыс. Ауыл ситендә генә еләктәр ҡыҙарып бешеп ултыра. Халҡы ла һәйбәт, берҙәм, татыу, – тип хәтерләйҙәр был йылдарҙы Алтынбаевтар.
Хужа ҡулы теймәгән мәктәп ҡышҡылыҡҡа әҙер булмай сыға. Йәш етәксе утын әҙерләү хәстәрлеген күрә. “Һәүәнәк” совхозы етәкселеге йәш директорға ярҙам ҡулы һуҙа, матди проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә.
Ике йыл шулай ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән һиҙелмәй генә үтеп китә. 1982 йылда йәш директорҙы Таулыҡай мәктәбенә эшкә күсерәләр. 300-ләп бала уҡыған мәктәптә 30-лап уҡытыусы белем бирә. Тырыш етәксе бер урында оҙаҡ эшләй алмай. Уны гелән ҡайҙалыр күсерәләр, тәғәйенләйҙәр. 1985 йылда Мансур Алтынбаевты Таулыҡай ауыл Советына рәйес итеп тәҡдим итәләр. 1989 йылда Мерәҫ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.
Тырыш етәксе ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр саҡ күңелен биреп эшләй. Ул етәкләгән мәктәп гелән алдынғылыҡҡа сыға. Хеҙмәт юлын ул Мерәҫ мәктәбендә тамамлай. Төрлө тәҡдимдәр булма ла, ул баш тарта. Тап ошо ауылда төпләнеп йәшәргә теләк белдерә. Зәкирә Сәхиулла ҡыҙы үҙен директор ҡатыны итеп түгел, ә оҫта педагог итеп таныта алыуға өлгәшә. Рус һәм башҡорт телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслеге буйынса диплом алһа ла, күберәк рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. Һәр төрлө түңәрәктәр ҙә алып бара. Уҡыусылары араһында мәктәпте миҙалға тамамлаусылар ҙа бихисап. Уҡыусылары төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшыра.
45 йыл башҡаларға өлгө булып йәшәүҙәренең сере менән уртаҡлашып: “Сабырлыҡ кәрәк. Эш һәм шәхси тормошто айыра белеү мөһим. Эштә Мансур Рамаҙан улы – директор, мин – уҡытыусы. Йыйылыштарҙа уны тәнҡитләүселәр ҙә булманы түгел. Бер ваҡытта ла ҡыҫылманым. Үҙ эшемде урын-еренә еткереп башҡарырға тырыштым. Иптәшем тураһында насар һүҙ ишетһәм дә ҡайтып һөйләмәнем. “Һин директор ҡатынымы? Оҡшамаған”, – тип ғәжәпләнеүселәр ҙә күп булды. Ғаилә усағы таҙа һәм саф булып ҡалырға тейеш”, – тине Зәкирә Алтынбаева.
Мансур Рамаҙан улын 70 йәшлек оло юбилейы уңайынан ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Ә Алтынбаевтар ғаиләһенә артабан да өлгө булып йәшәргә яҙһын!
Эльмира Кейеккужина.