4 октябрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы IV “Атай- лыҡ даны” конкурсына йомғаҡ яһаны. Был сара Бөтә Рәсәй атай көнөнә арналды һәм унда респуб- ликабыҙҙың төрлө райондарынан абруйлы наградаға лайыҡ тип табылған 52 ир-егет ҡатнашты.
Улар араһында Үрге Иҙрис ауылынан өлгөлө ғаилә башлығы, танылған механизатор Рәис Мостафиндың да “Атайлыҡ даны” миҙалына лайыҡ булыуы оло ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Тантанала Рәис Харис улы тормош юлдашы Рәмзиә Һатыбал ҡыҙы һәм балалары менән ҡатнашты. Мостафиндарҙы Ҡолсора ауыл биләмәһендә генә түгел, ә районда ла абруйлы ғаиләләрҙең береһе булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр.
Рәис Харис улы ошо ауылда тыуып-үҫеп, бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә, тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы ир-уҙаманы. Ҡолсора урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда эшсе булып башлай. Баймаҡтағы һөнәрсе- лек училищеһында тракторсы-маши- нист һөнәре алып сыҡҡас, тыуған хужалығында механизатор булып хеҙмәт юлын дауам итә. Рәис Мостафин был маҡтаулы ла, ауыр ҙа һөнәргә 22 йыл ғүмерен арнай. Намыҫлы хеҙмәте ме- нән хаҡлы абруй ҡаҙана, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ була. Һуңынан мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Рәис Харис улы “Биш йыллыҡтың йәш гвардиясыһы” билдәһе, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, БАССР Юғары Советының Дипломы менән наградлана. 2001 йылда агросәнәғәт комплек- сында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте, райондың һәм республиканың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә лайыҡ- лы өлөшө индергәне өсөн Р.Х. Мос- тафинға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Рәис Харис улы 1978 йылда ауыл- дашы Рәмзиә Һатыбал ҡыҙына өйлә- неп, матур ғаилә ҡора һәм бөгөнгәсә башҡаларға үрнәк күрһәтеп йәшәй. Рәмзиә еңгәй ҙә маҡтаулы тормош һәм хеҙмәт юлы үтә. Баймаҡ ҡала- һындағы һөнәри училищены тамамлағас, Түбә теген фабрикаһында хеҙ- мәт юлын башлай. Артабан ул Үрге Иҙристәге балалар баҡсаһына тәр- биәсе ярҙамсыһы булып эшкә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны”, “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләнә. Рәмзиә менән Рәис Мостафиндар үҙҙәре кеүек уңған, эшһөйәр, рухлы биш бала үҫтерә, уларға матур тәрбиә бирә, һәр береһенә юғары бе- лем алырға ярҙам итә. Өлкәндәре Резеда Баймаҡта “Йәш техниктар” станцияһында педагог, Рәфис иһә себер тарафтарында эшләй. Ләйсән – “Смарт” 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы, Гөлфирә – БР Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла ғаиләле, матур балалар үҫ- терә. Бәләкәстәре Нәфисә әле М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Быйыл Рәмзиә менән Рәис Моста- финдар ғаилә ҡороуҙарының 45 йыл- лыҡ юбилейын билдәләне.
Күптәргә үрнәк булырлыҡ парға артабан да бәхетле тормош теләйбеҙ, һеҙҙең кеүектәр – ил күрке!
Азамат МӨХӘМӘТШИН