Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
22 Июль 2021, 14:50

"АТАЙЫМДЫҢ ҺҮНДЕРГЕСЕ ҠАЙҘА ИКӘН?.."

Ир ҡатыны үләсәген уның һүнеп барған күҙҙәренән аңланы. Түшәктә ятҡан ҡатыны янына ултырып: “Дөмөгөр алдынан ғәфү үтенергә уйламайһыңмы?”-тип һораны. Ҡатындың һүнгән күҙҙәрендә ҡапыл нәфрәт уттары тоҡанды: “Ергә ятып илар көндәрең алда әле, бер ҡасан да ғәфү итәсәгем юҡ, ялбарма ла. Балаларымды нисек рәнйеткәнеңде күрмәй тейһеңме, уларҙың да күҙ йәштәре төшөр һиңә. Донъяның бар ләғнәте төшһөн һиңә...”

Ер йөҙөндә нисәмә кеше, шунса яҙмыш та бар. Кемдер әсә ҡарынында уҡ буласаҡ бәхетен тоя, бәғзеләр үҙҙәре әйтеүенсә “һәр әҙәм балаһы кеүек” йәшәй, ә ҡайһы берәүҙәргә тормоштоң иң ауыр һынауҙарын кисерергә тура килә. “Тәҡдире шулдыр” тейҙәр һуңғылар хаҡында. Шулай ҙа бала яҙмышының төп яҙыусылары атай һәм әсәй икәнлеген оноторға ярамай. Ояһында ни күрә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа әйтмәгән аҡыллы халҡыбыҙ.

Илама, туғаным”

Мәктәпкә лә барып өлгөрмәгән Милә тәҙрәгә ҡарап көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡулындағы ауыр иҙән сепрәге уның бар көсөн һурып алғандай булды. Буялмаған иҙәндәрҙе йыуыуы үтә ауыр шул алты йәшлек ҡыҙыҡайға. Ағаһы кәртәгә сығып китте лә, һаман инмәй. Бәлки, әҙерәк ярҙам итеп өлгөрөр ине. Ун йәшен тултырған Морат һеңлеһен һәр саҡ ҡурсырға тырыша. Шулай ҙа тыштағы бар ир эшен алып барған малай ҡыҙыҡайға ярҙамлашырға өлгөрмәй ҙә китә. Әсәһе менән атаһы ҡайтыуға һанаулы ваҡыт ҡалды. Ҡыҙ йәһәтләп йыуғысына йәбеште.

Атаһы инеп килгәндә ул тупһаны йыуып йөрөй ине. Ҡыҙ ҡалтырап төштө. Атаһына күтәрелеп тә ҡарамай, ситкә шылды. Ир юлында ултырған биҙрәне тибеп осорҙо. Тимер биҙрәнең тотҡасы ысҡынып китеп Миләнең башына эләгеп, маңлайын йыртып ебәрҙе. Субырлап аҡҡан ҡан ҡыҙҙың күҙҙәрен ҡапланы. Ныҡ ауыртһа ла, бала иламаны. Һыны ҡатып, башын эйеп урынынан ҡуҙғала алманы. “Бар кит бынан! Нимә йәнемде көйҙөрөп тораһың!”-тип аҡырҙы ата кеше. Уның тауышына Морат йүгереп килеп етте. Һеңлеһенең ҡанға батҡанын күреп ағарып китте. “Атай, нимә эшләйһең һин?!”-тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Миләнең йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. “Их, ағай, ни эшләп кенә өндәштең инде, хәҙер үҙеңә эләгә бит?”-тигән уй мейеһен ярып үтте. Шул арала көслө ир ҡулдары малайҙы матҡып тотоп алып: “Атаңа аҡырып маташаңмы, көсөк?”-тип һуғып та осорҙо. Ҡапҡанан әсәләре күренде. Атаһы яман итеп ҡараны ла, өйгә инеп китте. Ҡатын уларҙың янына килде лә: “Тағы ниндәй эш боҙҙоғоҙ? Күпме әйтәм, атайығыҙ ҡайтҡансы бар эште эшләп бөтөгөҙ тип. Юҡ, аңламайһығыҙ”,-тип инеп китте. Ағаһы Миләне етәкләп баҡсаға алып китте. Ҡоҙоҡтан һыу алып, һеңлеһенең битен яҡшылап йыуҙы. Ҡурҡышынан ҡатып ҡалған ҡыҙыҡай иламаны ла, өндәшмәне лә. “Туғаным, ауыртамы? Һин илама, йәме? Хәҙер улар төшкө ашты ашап кире эшкә китер. Шунан беҙ ҙә сәй эсеп алырбыҙ”,-тине ағаһы. Морат ҡыҙыҡайҙың башынан һыйпаны. Миләнең ҡысҡырып-ҡысҡырып илағыһы килде, тик аталары тағы нығыраҡ асыуланыр тип ирендәрен ныҡ итеп тешләне. Өс йәшенән шундай ғәҙәте барлыҡҡа килде уның. Атаһы асыуланһа, ағаһын туҡмаһа, ирендәрен ҡанатҡансы тешләй ҙә, ҡатып ҡала. Ҡото алынып бөткән бала төндәрен ҡайһы саҡта түшәген еүешләп ҡуя. Бындай саҡта Морат атаһы һиҙеп ҡалмаҫ борон ипләп кенә түшәктәрҙе тышҡа ташып, киптереп өлгөрөргә тырыша.

Ҡыҙыҡай менән малай тын ғына баҡсала ултырҙы. Күрше балаларҙы әсәһенең: “Бәпестәрем, ашарға ҡайтығыҙ!”-тип саҡырыуын ишетеп, бер-береһенә ҡарамай ғына көрһөнөп ҡуйҙылар. Тиҙҙән баҡсаға аталары килеп инде. Моратҡа яман итеп ҡарап: “Кискелеккә картуфты утап-күмеп бөтөгөҙ”,-тип сығып китте.

Өйҙә бер кем ҡалмағанын аңлаған балалар һаҡ ҡына аш бүлмәһенә үтте. Морат табала бер нәмә ҡалмағанын күреп, сүмескә бөтәүләй йомортҡалар бешерергә ҡуйҙы. Миләнең моңһоу ғына ултырыуын күреп: “Башың ауыртамы әллә, туғаным?”-тип һораны. Ҡыҙыҡай ағаһына күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, “Ағай, ысын әсәйебеҙ тураһында һөйләле”,-тине ялбарыулы тауыш менән.

Нахаҡ бәлә ҡорбаны

Эйе, балалар үгәй әсәй менән йәшәй. Үҙҙәренең әсәләре мәрхүмә булып ҡалғанда Миләгә өс йәш тә тулмаған ине. Ҡыҙыҡай әсәһенең наҙлы, хәстәрлекле ҡулдарын иҫләгәндәй ҙә була. Ә, бәлки, ағаһы һөйләүенсә генә шулай күҙ алдына килтерәлер. Әсәһенән ҡалғанда ете йәштә булған Морат барыһын да хәтерләй. Әсәй!.. Бик матур ине ул. Ҙур ҡара күҙле, болоттай сәстәре тубыҡтарына тиклем етеп тора. Ә аталары әсәһен ошо оҙон ҡара толомон ҡулына уратып алып туҡмай ине. Тәүҙә ғаилә бик татыу йәшәне бит. Барыһы ла Милә донъяға килгәс башланды. Әсәләре матур ҙа, өлгөр ҙә, эшлекле лә булыуына ҡарамаҫтан, ҡартәсәйҙәре лә уны яратманы. Килендәренең етем булыуын өнәп етмәй, һәр саҡ уны кәмһетте. Аталары тәүҙә яҡлаша ине, ә Милә донъяға килгәс, үҙе лә йәш ҡатынын туҡмай башланы. Малайҙың кескәй йөрәге быны ҡабул итмәне. Бер көн әсәһен туҡмай башлаған атаһының ҡулына барып йәбеште. Тик ҡыҙған ир уны ла һалып осорҙо. Карауатҡа барып төкөгән малайҙың танауынан ҡан китте. Шул саҡ йортҡа ҡартәсәйҙәре килеп инде. “Нимә бар ауылға яр һалып ҡысҡырышаһығыҙ?! Оят түгелме?! Аҙғын бисәгә өйләнгәндә уйлар кәрәк ине. Ейәнемдең ни ғәйебе бар?”-тип Моратты күтәреп торғоҙҙо. Унан килененә яман итеп ҡарап: “Һинең кеүектәрҙе элек таш менән бәреп үлтергәндәр”,-тине ыҫылдаған тауыш менән.

Әсәһе шул саҡта үкһеп-үкһеп илағанын малай әле лә хәтерләй. Ғәзиз кешеһенең ни тиклем ҡайғырыуын тойоп йөрәге өҙөлөр сиккә еткәйне. Һеңлеһенең сәңгелдәген бәүетеп ултырған малай әсәһенең: “Ҡәйнәм, һеҙ бит өлкән кеше. Ниңә нахаҡ бәлә тағып, минең тормошомдо тамуҡҡа әйләндерҙегеҙ? Ни ғәйебем бар минең? Минең, балаларымдың күҙ йәштәре, рәнйеше төшөүҙән ҡурмайһығыҙмы”,-тип ярһып илағанын ишетеп ултырҙы. Ҡартәсәһе: “Нахаҡ, имеш. Ана, бар ауыл һөйләй!”-тип ишекте шарт ябып сығып китте. Аталарына: “Бар ауылға тауыш ҡуптарғансы, айырып ебәр! Моратты алып ҡалырбыҙ!”-тине. Ул сығып киткәс аталары әсәһен тағы туҡманы: “Сығарып ебәргәнсе, үҙем тереләй тунап үлтерәм мин һине!”

Ошо хәлдән һуң әсәһе май шәмендәй һүнә барҙы. Йәшәүгә көсө лә, теләге лә ҡалмаған ине уның. Иренең көн-төн мыҫҡыл итеүен, ҡәйнәһенең әсе һүҙҙәрен күтәрә алманы. Морат һуңынан ғына эш ниҙә булыуын белде. Әсәһе класташтар осрашыуына киткәйне. Ун йыл күрешмәгән һабаҡташтар тәүҙә кафела ултыра, унан таң ҡаршылай. Атаһы үҙе: “Мин Моратты алып ҡалам, һин йөрөп ҡайт”,-тип уны район үҙәгенә ебәрә. Әсәһе икенсе көнөнә шат йылмайып ҡайтып инде. “Осрашыу бик матур үтте. Күптән күрмәгән һабаҡташтарҙы күреүе, улар менән аралашыуы бигерәк ҡыҙыҡ икән”,-тине ул. Бер нисә айҙан ғаиләнең тағы бер бәпес көтөүе асыҡланды. Уларҙың һөйөнөсөнөң иге-сиге булманы. Әсәһенең бәпәй табырға ваҡыты етеп килгәндә атаһы район үҙәгенән ярһып ҡайтып инде һәм ҡатынды туҡмай башланы. Был хәлде көтмәгән буласаҡ әсә аңын юғалтты. Уны “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙаттылар. Шул уҡ көндө Милә донъяға килде. Табиптар: “Һин бит туҡмалғанһың! Кем туҡманы, иреңме? Полиция саҡыртабыҙ”-тип төпсөнһә лә, ҡатын: “Юҡ, мин баҫҡыстан ҡоланым”,-тине.

Үткәндәрҙән килгән бәлә

Атаһы әсәһе менән Миләне бала табыу йортонан барып алманы. Уларҙың ауылынан шәфҡәт туташы булып эшләгән апай, йәлләп өйҙәренә алып барып ҡалдырҙы. Ир һәм ҡатын аңлаша алманы. Сөнки аталары ярһып бар нәмәне онтай-емерә башлай ине. Ҡатынға ла ныҡ эләкте. Морат үҫә төшкәс кенә атаһына класташтар осрашыуында әсәһенең хыянат итеүен, Миләнең унан булмауын еткереүҙәрен ишетте. Әсәһе йәш сағында бер класташы менән дуҫлашҡан. Йәштәр араһында тәүге һөйөү юғары кластарҙа яралған. Тик ул егет ситкә сығып киткәс, аралашыуҙары өҙөлгән. Ә тиҙҙән әсәләре аталарын осратып, ысын мөхәббәт тойғолары тоҡанып, өйләнешкәндәр. Класташтар осрашыуына шул егет тә килгән. Ул тост әйткәндә тәүге һөйөү әле лә йөрәгендә йәшәүен, ә һөйгәнен күргәс, тағы ла дөрләп тоҡаныуын әйткән. Әлбиттә, ҡатын уның менән ниндәйҙер мөнәсәбәткә инергә уйламаған да, барыһын да шаярыу итеп ҡабул иткән. Әммә район үҙәгендә йәшәгән бер класташы иренә лә, ҡәйнәһенә лә барыһын да арттырып һөйләгән. Ир шунда уҡ ҡатынының шул класташы менән бергәләшеп төшкән фотоһүрәтен ҡәҙерләп һаҡлауын, ул асыуланғас ҡына фото юҡҡа сығыуын, тик һуңынан китап араһынан килеп сығыуын хәтеренә төшөргән. Ә ҡатыны уға фотоны утҡа яҡтым тигәйне. “Тимәк, ысынлап та шуныһын яратып йәшәгән”,- тигән көнсөл уй үтә башынан. Ир ҡатыны менән аңлашырға, уның һүҙҙәрен ишетергә лә теләмәне. Күңелен, бар булмышын ялмап алған ҡара уйҙар тынғы бирмәне. Ул ҡатынынан үс алыу тойғоһо менән генә йәшәне. Туҡмау ғына аҙҙыр тип һанап, икенселәр менән йөрөй башланы. Ҡатынының “боҙоғон” еткереүсегә юлы бигерәк тә йышланы. Ул утыҙға етеп барһа ла, бер ҙә кейәүгә сыҡмаған, яңғыҙ йәшәй ине. Ә инде ҡатыны мәрхүмә булғас, шуны йортона алып ҡайтты. Балаларына уға “әсәй” тип әйтергә бойорҙо. Был да яҡты донъянан киткән кешенән үсен алыуын дауам итеүе ине.

Донъяның бар ләғнәте төшһөн һиңә”

Ир ҡатыны үләсәген уның һүнеп барған күҙҙәренән аңланы. Түшәктә ятҡан ҡатыны янына ултырып: “Дөмөгөр алдынан ғәфү үтенергә уйламайһыңмы?”-тип һораны. Ҡатындың һүнгән күҙҙәрендә ҡапыл нәфрәт уттары тоҡанды: “Ергә ятып илар көндәрең алда әле, бер ҡасан да ғәфү итәсәгем юҡ, ялбарма ла. Балаларымды нисек рәнйеткәнеңде күрмәй тейһеңме, уларҙың да күҙ йәштәре төшөр һиңә. Донъяның бар ләғнәте төшһөн һиңә...”

Һуңғы һүҙҙәрен әйткән ҡатын тымып ҡалды. Ир ошонан һуң да аҡылына килмәне. Ҡатынының үсен хәҙер инде балаларынан алды. Ҡартәсәләре килһә, Моратты яҡлашҡан була, ә үҙенә һыйынырға теләп, әсә наҙы эҙләгән Миләне ситкә типте. Быны күргән малай ҡартәсәһенең һөйөүен ҡабул итмәне, уҫаллашты, уға ҡаршы һүҙҙәр әйтте. Һөҙөмтәлә, тағы атаһынан туҡмалды.

Ағаһы Миләне әсәһе тураһында иң матур һүҙҙәр әйтеп, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып үҫтерҙе. Егет булып килгән Морат иң ҡәҙерле кешеләре тураһындағы ялған хәбәр ҡыҙҙың күңелен ағыулар тип ҡурҡты. Ә Милә бик ныҡ әсәһенә оҡшаған. Әйтерһең дә, әсәһенең йәне уға күскән. Был ата кешене бигерәк асыуландыра ине. Тик етеп килгән Миләгә башҡа ҡул күтәрә алманы. Сөнки ул ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып ҡараһа, уның ҡаршыһына мәрхүмә ҡатыны килеп баҫҡандай була. Йәшәй бара, ир икенсегә өйләнгән ҡатынының ни тиклем ғәйбәтсе, кешеләр тормошо менән булышыуын, хатта туғандары араһын болғауын аңлай башланы. Юҡ-юҡта башына: “Әллә ҡатыным тураһында ла барыһы ла алдыҡ хәбәр булдымы икән?”-тип йөрәкһей башланы. Ир көндән-көн үҙен насарыраҡ тойҙо. Күңелендәге тынғыһыҙлыҡ һаулығын алды, йоҡлай алмай башланы. Төшөндә мәрхүмә ҡатынын күреп һаташып уянды. Исмаһам, балалары менән туйғансы аралашырға ине. Юҡ шул. Морат ун алты йәшенән төрлө эштә йөрөй башланы. Ун һигеҙ йәшендә район үҙәгенә барып, фатирға инде. Миләне лә бер көнгә лә ҡалдырманы, үҙе менән алып китте. Үгәй әсә арттарынан: “Атағыҙҙы эшкә һанамай сығып китеп бараһығыҙ. Ҡайтырһығыҙ әле, хәйерселәр!”-тип ҡысҡырып тороп ҡалды.

Иргә ҡатындың был һүҙҙәре күңеленә май яғылғандай ятҡайны тәүҙә. Тик йортта бар эште ошо ике бала алып барғаны асыҡланды: өйҙөң ҡото китте, иҙәндәр бысраҡ, һауыт-һаба йыуылмай, ашарға бешерелмәй. Өҫтәүенә әсәһе яңылыша башланы. Бер көн зиһене асылып улына: “Киленде юҡҡа рәнйеттем бит мин. Рәнйеше төштө”,-тине. Яҙғы ташҡында әсәһе юҡҡа сыҡты. Төнөн өйөнән сығып киткән дә, ниңәлер йылға яғына киткән. Уның үле кәүҙәһен өсөнсө көнгә генә таптылар.

Ир ҡатыны менән йыш талаша башланы. Ул үҙенең бар бәхетһеҙлегендә ошо яһил заты ғәйепләне. Хәҙер Миләнең үҙ балаһы булыуын да аңланы ул. Барыһын да ошо ҡатын болғаны, ул емерҙе бәхетле ғаилә тормошон. Ҡорт кеүек кимергән был уйҙар ирҙе ҡурҡыныс аҙымға этәрҙе, ул йоҡлап ятҡан ҡатынын быуып үлтерҙе...

Туғаным, иҫләйһеңме, һин бала саҡта: “Атайҙың һүндергесе ҡайҙа икән? Беҙҙе туҡмай башлаһа, һүндерер ҙә ҡуйыр инек”,-тип илай инең”.

Эйе. Тик атайҙың һүндергесе төрмә булыуын бер ҡасан да теләмәнем, ағай...”

Ағалы-һеңлеле әкрен генә суд бинаһы янынан ҡайтыу яғына ыңғайланы.

Эй, яҙмыш, сабый сағынан ололарҙың яһиллығы арҡаһында күпме михнәт кисереп тә һынмаған, бөгөлөп төшмәгән изге йөрәкле ошо балаларыңа бәхетеңде йәлләмә, ауыр һынауҙарыңды ла башҡа ебәрмәһәң ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: