+4 °С
Облачно
Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәре яугирҙәргә флис материалынан толстовкалар тегеп оҙатыу эшен күптән инде яйға һалған. Әлеге ваҡытта улар фронтҡа ике меңдән ашыу әҙер продукция оҙатты. Яугирҙәр яратып уларҙы “Баймаҡ толстовкалары” тип атап йөрөтә.
Баймаҡтан Гөлнара Иҫәнбаева ла әүҙем тегенселәрҙең береһе. Ошо көндәрҙә ул сираттағы толстовкаларын тегеп, “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына тапшырҙы. Улар ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.