

Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы үтте.
Ярышта 3 команда: "Урал", "Бөркөттәр", "Таулыҡайҙар" үҙ -ара көс һынашты. Уйын бик сәмле барҙы. Командалар төрлө ярыштарҙа үҙ көстәрен һынаны. Егеттәр һорауҙарға яуап биреү, спорт ярыштары, аш-һыу конкурсы, концерт номерҙары һәм башҡа уйындарҙа үҙҙәрен һынатманы.
Командалар ярыштарға әҙерләнгән ваҡытта тамашасыларға Ильяс Сафин, "Ынйылар" ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙары моңло йырҙарын бүләк итте.
Патриотик рухлы егеттәребеҙ бар ярыш этаптарын лайыҡлы үтте. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлде конкурсанттар тулыһынса аҡланы. Ниндәй генә ярыш булмаһын, һә тигәнсә, урынына еткереп үтәнеләр.
Уйынды жюри ағзалары ғәҙел баһаланы. Бик йәнле, дәртле һәм мауыҡтырғыс уйында иң күп мәрәй йыйып, "Урал" командаһы алға сыҡты. "Таулыҡайҙар" командаһы - 2-се урынды, "Бөркөттәр" командаһы 3-сө урынды яуланы. Афарин, егеттәр! Байрамығыҙ менән!