Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡаһармандар дәүере
25 Сентября 2025, 04:30

Шайморатовсылар уйыны

Уҡыусыларға бик оҡшаны, улар шәп тәҫьораттар алып, яңы дуҫтар табып ҡайтты

Шайморатовсылар уйыныШайморатовсылар уйыны
Шайморатовсылар уйыны

23 сентябрҙә Белорет ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә шайморатовсыларҙың йәйге уйындарының зона ярышы үтте. Унда барыһы 29 шайморатовсылар командаһы ҡатнашты. Баймаҡ күп профилле лицей-интернатынан 7-се "ш" һәм 8-се "ш" кластарының командалары көс һынашты. Шайморатовсылар етеҙлектә, берҙәмлектә көс һынашты. 11 команда араһында 8-се "ш" класы командаһы (командиры - Үҙәнбаев Динислам) 2-се урын алды. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Зона ярышына сығып, үҙҙәрен һынап ҡараусы 7-се "ш" класы командаһына (командиры - Байегетов Заһир) уңыштар теләйбеҙ, ошо уйында ҡатнашыу үҙе батырлыҡ, һеҙҙең еңеүҙәр әле алда!
Йәйге шайморатовсылар уйыны бик яҡшы кимәлдә ойошторолған, уҡыусыларға бик оҡшаны, улар шәп тәҫьораттар алып, яңы дуҫтар табып ҡайтты.

Шайморатовсылар уйыны
Шайморатовсылар уйыны
Шайморатовсылар уйыны
Шайморатовсылар уйыны
Шайморатовсылар уйыны
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас