Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡаһармандар дәүере
23 Апреля 2025, 12:50

Темәстә яугирҙәр менән осрашыу

Күңел түренән сығарып һөйләнгән хәл-ваҡиғаларҙы күҙ йәштәре түкмәйенсә тыңлап булмай...

Темәстә яугирҙәр менән осрашыуТемәстә яугирҙәр менән осрашыу
Темәстә яугирҙәр менән осрашыу

Темәс ауылында «Батырлыҡ дәресе» исеме аҫтында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһе ойошторҙо. Сарала махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ирекмәндәр ҡатнашты.

Тәүҙә ҡатнашыусылар ауыл клубында урынлашҡан ирекмәндәр штабына барҙы. Улар яугирҙәрҙән ниндәй заявкалар булыуы, уларҙы үтәү өсөн нимәләр эшләнеүе менән танышты. Оҫтабикәләр Миңзифа Низамова, Елена Ахуньянова һәм Гөлнара Искәндәрова етәкселегендә маскировкалау селтәре үреү техникаһын үҙләштереү ҙә фәһемле булды.

Артабан сара сәй табыны артында дауам итте. Әлеге ваҡытта реабилитация үткән яугирҙәр аяуһыҙ алыштар һәм һәләк булған иптәштәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Күңел түренән сығарып һөйләнгән хәл-ваҡиғаларҙы күҙ йәштәре түкмәйенсә тыңлап булмай...

Шулай уҡ яугирҙәр үҙҙәренең көндәлек хәрби тормошо һәм махсус хәрби операция бурыстары тураһында ла һөйләне. Егеттәр бындай осрашыуҙарҙың рухи көс өҫтәүен, халыҡтан килгән ярҙамдың бик мөһим булыуын билдәләне.

“Саҡылған яугирҙәрҙең барыһы ла килә алманы. Киләсәктә ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ошонай сараларҙың ҡунағы буласаҡ”, - ти ойоштороусылар.

Темәстә яугирҙәр менән осрашыу
Темәстә яугирҙәр менән осрашыу
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас