Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡаһармандар дәүере
22 Апреля 2025, 11:50

Район башлығы яугир яҡташыбыҙ менән осрашты

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Мәскәүгә эш сәфәре менән барғанында яҡташыбыҙ, Түбә ауылынан артиллерия взводы командиры Илшат Мәҡсүтов менән күреште

Район башлығы яугир яҡташыбыҙ  менән осраштыРайон башлығы яугир яҡташыбыҙ  менән осрашты
Район башлығы яугир яҡташыбыҙ менән осрашты

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Мәскәүгә эш сәфәре менән барғанында яҡташыбыҙ, Түбә ауылынан артиллерия взводы командиры Илшат Мәҡсүтов менән күреште. Яугир яраланғандан һуң әле госпиталдә дауалана.

Илшат - тәжрибәле офицер, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк үҙ бурысын үтәй. Яҡшы хеҙмәте өсөн бик күп миҙалдарға һәм наградаларға лайыҡ булған.

“Яраланған булыуына ҡарамаҫтан, Илшаттың кәйефе күтәренке, рухы ныҡ. Осрашыу йылы шарттарҙа үтте. Мин уның һәм ғаиләһенең ихтыяждарын белештем. Тиҙҙән уға операция яһаясаҡтар. Хеҙмәте, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Илшатҡа ихлас рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ уның ата-әсәһенә батыр һәм лайыҡлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Илшаттың тиҙерәк һауығыуын теләйем!” – тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район башлығы.

Район башлығы яугир яҡташыбыҙ  менән осрашты
Район башлығы яугир яҡташыбыҙ менән осрашты
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас