+4 °С
Облачно
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының “Беренселәр хәрәкәте” активистары "Үҙебеҙҙекеләр өсөн эшләйбеҙ" акцияһын үткәрҙе. Акцияла теләге булған һәр студент ҡатнаша ала. Улар махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәрҙең ата-әсәләренә, ғаиләләренә йорт, ихата эштәрендә ярҙам итә. Оҙайлы ҡыштан һуң ихаталарҙа һәм йорт яны участкаларында эш күп: былтырғы үләнде һәм япраҡты йыйып алыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү һ.б.
Сарала ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҙур тәжрибә тупланы.