Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡаһармандар дәүере
15 Апреля 2025, 10:15

Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам

"Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Иң мөһиме - тиҙерәк тыныслыҡ уырнлашһын, махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын", - ти Таулыҡай ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары.

Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙамТаулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам
Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам

"Таулыҡай ауылының "Уңғандар" клубы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Улар тағы ла 25 дана шлем аҫлығы бәйләне. Унан тыш, яралы яугирҙәр өсөн махсус күлдәктәр тектеләр", - тип хәбәр итә ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Гөлназ Йәмил ҡыҙы Сәғәҙәтова.
"Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Маскировка селтәрҙәре лә үрелер, кәрәк икән, тағы ла шлем аҫлығы бәйләрбеҙ, башҡалары ла әҙерләнер. Иң мөһиме - тиҙерәк тыныслыҡ уырнлашһын, махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", - ти Таулыҡай ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары.

Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам
Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам
Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам
Таулыҡай "Уңғандар"ынан яугирҙәргә ярҙам
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас