+4 °С
Облачно
Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә матур традиция бар - һәр ай һайын ике параллель класс махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыя. Мартта 7-се “А” (етәксеһе З.Р. Вәлиева) һәм 7-се “Б” (етәксеһе Д. Р. Мурзина) кластары уҡыусылары ата-әсәләре менән берлектә беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм медикаменттар йыйҙы. Ә 2-се “Б” класы уҡыусылары (етәксеһе В.М. Ҡаскинова) яугирҙәргә күңел йылыһын ҡушып хаттар яҙҙы.
“Беҙҙең ярҙам һәм ябай ғына иғтибарыбыҙ хәрбиҙәргә тыуған яҡ сәләме булып барып етһен, уларға көс-дәрт өҫтәһен. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” – ти мәктәп коллективы.