Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу бер көнгә лә туҡталмай. Уға ололар менән бер рәттән балалар ҙа ихлас ҡушыла. Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының 2-се “Б” класы уҡыусылары ла класс етәксеһе Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы Сәлимова һәм ата-әсәләр менән берлектә яугирҙәргә посылкалар әҙерләне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар, әле бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, был эштең бик мөһим һәм кәрәк булыуын аңлай. Күмәк көс менән йылы ойоҡбаштар, постель комплекты, таҫтамалдар, шәхси гигиена әйберҙәре, консервалар, тәмлекәстәр һәм башҡа әйберҙәр тупланды. Уларҙы ата-әсәләр ҡумталарға матур итеп йыйып, райондан киткән ылауға тапшырҙы.
2се “Б” класы уҡыусылары әленән-әле ойошторолған “Һалдатҡа хат” илһөйәрлек акцияһында ла ҡатнаша. Улар хәрби хәрәкәттәр зонаһына гуманитар ылау менән бергә яугирҙәрҙең күңелдәрен дәртләндергән һүҙҙәр яҙылған хаттарҙы ла ебәрә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хәрбиҙәргә иң изге теләктәрен еткерә, барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Ихлас күңелдән яҙылған хаттар яугирҙәр өсөн шул тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле. Иң мөһиме – был хаттар уларға йәшәү көсө һәм рухи ныҡлыҡ бирә.