Бөгөн Халыҡ ижады үҙәгендә сығарылыш кисәләре үтте.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев сығарылыш уҡыусыларын 9-сы класты тамамлауҙары менән ҡотланы. Фәнис Ғәбдрәшит улы Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең 9-сы «В» класын тамамлаусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар ата-әсәләре сығарылыш кисәһенә бүләк иткән аҡсаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн бензобысҡы һәм күмер самауыры һатып алған ине.
Был лайыҡлы эш һәм еңеүебеҙҙең яҡынлашыуына ҙур өлөш, тип билдәләне район башлығы: «Һеҙгә, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары, тормошта ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм ысын бәхет теләйем! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ һәм өмөтөбөҙ, илебеҙҙең өмөтө! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйем! Аҡ юл һеҙгә!»