Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһармандар дәүере
15 Февраль 2022, 14:25

Яугирҙәр алдында баш эйҙек

Данлы ла, ҡанлы ла, тарихи ла көн...

Бөгөн тарихи ла, йөрәктәргә уңалмаҫ яралар ҙа һалған көн. Тыныс ваҡытта ут эсенә барып ингән һалдаттарыбыҙҙың хәтер көнө. Эйе, Афғанстан, Чечен һуғыштары беҙҙең күпме һөлөктәй егеттәребеҙҙе тартып алды! Ә күпмеләре тыныс тормошта үҙ урынын табып, "бер кемгә лә һуғышты күрергә яҙмаһын" тип лайыҡлы йәшәй. 

Бөгөн ҡалабыҙҙа яугирҙәргә арнап ҡуйылған стелаға сәскәләр һалынды, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында тағы ла ғорурланып һәм уларҙы һағынып һөйләнек. Дан һеҙгә, беҙҙең Ватан һаҡсылары!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Яугирҙәр алдында баш эйҙек
Яугирҙәр алдында баш эйҙек
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: