Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" республика конкурсына тағы ла бер тапҡыр байҡау яһалды, әүҙемдәр тәбрикләнде.
Конкурс сиктәрендә үткән барлыҡ сараларҙа ауыл халҡы бик актив ҡатнашты. Ошо сараларҙы ойоштороусылар, интернет һәм гәзиттә яҡтыртып барыусылар, ғөмүмән, республика кимәленә сығыуҙа ҙур өлөш индереүселәр хеҙмәте баһаланды.
Ҡотлауҙар өлөшөнә тиклем ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, урындағы мәктәп уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов, ауыл советы депутаты Әнүзә Азаматова, "Уңғандар" клубы етәксеһе Хәнифә Ишалина, ошо ауыл ҡыҙы, әлеге ваҡытта"Һаҡмар" гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләүсе Лилиә Күсәбаева, ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Исхаҡова, имам-хатиб Мазһар Салихов конкурс барышы тураһындағы фекерҙәре, унан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙың барыһының да сығышы бик матур һәм фәһемле булды.
Сарала ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының, район һәм ауыл хакимиәттәренең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Афариндар, ҡотлайбыҙ!