“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Таулыҡай ауылының “Хазина” ансамбле һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы Йылайыр районы Юлдыбай ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Таҙалыҡ өлгөһө - халҡыбыҙ көҙгөһө" тип исемләнгән таҫтамал байрамында ҡатнашты.
“Рухташтарыбыҙ менән ил-йорт хәбәрҙәре, йәмәғәт ойошмаларының төп бурыстары, атҡарылған һәм планлаштырылған эштәр тураһында һөйләштек, фекер алыштыҡ”, - ти тәьҫораттары менән уртаҡлашып “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова. Таулыҡайҙар мәртәбәле саранан илһамланып, дәртләнеп ҡайтҡан.
Әйткәндәй, Юлдыбай ауылы 2022 йылда республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, ҙур ауылдар категорияһында 3-сө урынға лайыҡ булғайны. “Шундай матур байрам сараһына саҡырып, беҙҙең менән тәжрибә уртаҡлашҡаны, һый-хөрмәттәре өсөн Юлдыбай уңғандарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Юлдыбай - Таулыҡай дуҫлығы ептәре алдағы йылдарҙа ла нығынһын!” – ти таулыҡайҙар.