Таулыҡай ауылы Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә урам байрамдарын үткәреүҙе дауам итә.
Яңыраҡ депутат Юнир Сәйетов етәкселегендәге Ҡарғалы һәм Салауат Юлаев урамдары был байрамға старт бирҙе һәм "Алтын көҙҙөң мул уңышы" исемле бик шәп байрам сараһы үткәргәйне. Байрам һуңынан улар эстафетаны Юлдаш Шәйхисламов етәкселегендәге Һаҡмар округына тапшырҙы. Оҙаҡ көттөрмәне һаҡмарҙар, ауылдаштарына "Беҙҙең урам - данлы урам" исемле бик матур байрам ойошторҙо.
Сара башында ошо урамда йәшәүсе Иршат Исхаҡов илебеҙ именлеге өсөн аят уҡыны. Унан һуң алып барыусылар Әлфиә Исхаҡова һәм Гөлназ Үҙәнбаева сараға килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәре йәшәгән округ менән яҡындан таныштарҙы. 45 өйҙән торған Һаҡмар урамында 135 кеше йәшәй. Иң олоһо - 95 йәшлек Дашкина Ләлә инәй булһа, иң бәләкәс Нурислам Бүкәнбаевҡа 20 көн. Был округта төрлө һөнәр эйәләре йәшәй: уҡытыусылар, һатыусылар, ауыл хужалығы эшселәре һәм башҡалар. Улар араһында һөнәрҙәре буйынса юғары наградаларға, миҙалдарға эйә булыусы Айрат һәм Морат Бүкәнбаевтар, Ғәйзулла Сағынбаев, Ирмәк Ғәлин да бар. Һаҡмар урамы "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булыусы гүзәл заттары, оҙаҡ йылдар ҡәйнәләре менән татыу йәшәүсе килендәре менән дә дан тота.
Сараны ойоштороусылар байрамға килеүселәргә бай йөкмәткеле концерт программаһы бүләк итте. Ҡатын - ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре, матур йырҙар, шиғырҙар һәм кем күңеленә хуш килде һәм көслө алҡыштарға күмелде.
Һаҡмарҙар йыр - моңға ғына һәләтен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә ҡул эштәре һәм баҡса үҫтереү оҫталары икәнен дә дәлилләне. Улар әҙерләгән күргәҙмәлә ниндәй генә ҡул эштәре һәм көҙгө уңыш юҡ ине!
Был көндө балалар ҙа, өлкәндәр ҙә төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр ҙә алып һөйөндө.
Сара мул ризыҡлы сәй табыны менән тамамланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, һалҡын көндө күңелдәрҙе йылытырлыҡ сара үткәрҙе һаҡмарҙар!
Урам байрамы эстафетаһы Таһир Моталлапов етәкселегендәге Иркәш округына тапшырылды.