Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
11 Июля 2023, 12:40

Ҡотҡарыусылар булған ерҙә генә һыу инегеҙ

Республиканың йылға-күлдәрендә һыу ингән саҡта 11 кеше батып үлгән

Ҡотҡарыусылар булған ерҙә генә һыу инегеҙҠотҡарыусылар булған ерҙә генә һыу инегеҙ
Ҡотҡарыусылар булған ерҙә генә һыу инегеҙ

Һуңғы өс көндә республиканың йылға-күлдәрендә һыу ингән саҡта 11 кеше батып үлгән. Көндәрҙең үтә эҫе тороуы сәбәпле, һыу буйҙарында ял итеүселәр ҙә күп. Шуға күрә БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды (Сибай ҡалаһы) һәм БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары түбәндәгеләрҙе үтәргә кәңәш итә:

- иҫерткес эсемлек эскән килеш һыу инмәгеҙ;

- таныш булмаған ерҙә һыуға суммағыҙ;
- һыу инеү өсөн йыһазландырылған урындарҙа һәм ҡотҡарыусылар булған ерҙә генә һыу инегеҙ;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас