Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йомаш ауылында Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә туринир бара

Был сараны уҙғарыуға урындағы спортсылар ҙур көс һалған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Бөгөн Йомаш ауылында тулы Дан ордены кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир старт алды. Унда Көйөргәҙе районынан, Баймаҡтан, Йомаштан, Юлыҡтан, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Темәс ауылдарынан  71 спортсы ҡатнаша.

Әлеге минутта турнирҙың ҡыҙған ғына мәле. Ул ун кәүҙә категорияһында бара.

Сараның бағыусылары булып, спортты яратҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Ауылдың спортсы егеттәре 48 мең һум йыйып тапшырған. Ғәҙел Ғәлин абсолют еңеүсегә һарыҡ алыуға 15 мең һум аҡса күсергән. Түвәнәев Илгиз 5 мең һум өлөш индергән. Шулай уҡ Альберт Шәһәҙәтов 30 мең һум аҡса күсергән.

Еңеүселәргә аҡсалата премия, Почет грамоталары тапшырыласаҡ. Ярыштың һөҙөмтәһен һуңғараҡ хәбәр итербеҙ.

Йомаш ауылында Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә туринир бара
Йомаш ауылында Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың яҡты иҫтәлегенә туринир бара
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: