Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөнә арнап

Кесе төркөмдә 1-се урынды Рәмзил Хәсәнов, 2-сене Ильяс Насыров, 3-сө урынды Нургиз Әбүбәкиров яуланы

Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап

Ҡаланың 4-се лицейында Еңеү көнөнә арнап өҫтәл теннисы буйынса турнир ойошторолдо. Бындай ярыштар балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Турнирҙа ҡатнашыусылар өсөн был ысын байрам булды, улар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте, тәжрибә тупланы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был балалар бындай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашты. Еңеүселәр ике категорияла билдәләнде. Кесе төркөмдә 1-се урынды Рәмзил Хәсәнов, 2-сене Ильяс Насыров, 3-сө урынды Нургиз Әбүбәкиров яуланы. Өлкән төркөмдә 1-се урынды Наил Ишморатов, 2-се урынды Мансур Ласынов, 3-сө урынды Данис Ғәлин алды. Йәш спортсыларға уңыштар юлдаш булһын!

Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: