Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
4 Май 2022, 12:10

Баймаҡ та - "Ер хәтере" марафоны

Баймаҡ тупрағы данлыҡлы Шайморатов генералдың буласаҡ һәйкәленең нигеҙенә һалынасаҡ.

Баймаҡ та - "Ер хәтере" марафоны
Баймаҡ та - "Ер хәтере" марафоны

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса "Ер хәтере" республика акцияһы бара. Марафонды беҙҙең Баймаҡ районы ла ҡатнашты. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев былай тине: 

- Баймаҡ районы фронтты ауыл хужалығы продукцияһы, алтын һәм көмөш менән тәьмин иткән. Район халҡы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп, аҡса йыйып, һуғышҡа оҙатҡан. Украина, Ленинград, Мәскәүҙән күсеп килеүселәрҙе үҙенә ҡабул иткән. Халҡыбыҙ батыры Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән дивизияла биш йөҙҙән ашыу Баймаҡ егете һуғышҡан. Ошондай сарала ҡатнашыуыбыҙ беҙҙең барыбыҙ өсөн дә оло мәртәбә. Геройҙар ере - Баймаҡ районынан бер ус тупраҡ генерал Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалыныуы беҙҙең өсөн айырым ғорурлыҡ!

Шулай уҡ тантанала ҡатнашыусылар алдында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков тә сығыш яһаны.

Гильзаға тупраҡты Баймаҡтан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Жуков миҙалы кавалеры Ғәйзулла Әблүзин, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ефрейтор Руслан Абдуллин (Күгәрсен районы), "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Сибай ҡалаһы ветерандар ойошмаһы етәксеһе, Төньяҡ Кавказ хәрби хәрәкәтендә ҡатнашҡан Руслан Сафиуллин, Хәйбулла районынан беренсе Чечен хәрәкәте ветераны, старшина, БМД-2 механик-водителе Илнар Таһиров, запастағы майор, Афған һуғышы ветераны Ғәлим Әбүбәкеров (Йылайыр районы) һәм Ейәнсуранан террорлыҡҡа ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡан Алмас Ейәнбирҙин һалды.

Еңеү - мәңгелек тарих! Беҙҙең совет һалдаттары бар ер шарын ҡалтыратҡан, тотош Европаны һанаулы сәғәт эсендә тубыҡландырып ҡуйған фашизмды еңеп сыҡҡан! Ошо хаҡта онотмайыҡ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: