Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 май - ЕҢЕҮ КӨНӨ
20 Апрель 2022, 14:20

Еңеү билгеһе бит ул!

«Берҙәм Рәсәй» Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе...

Еңеү билгеһе бит ул!
Еңеү билгеһе бит ул!

Георгиев таҫмаһы - беҙҙең оло Еңеү билгеһе ул. Йыл һайын парадҡа сыҡҡанда, байрам яҡынлашҡанда ата-бабаларыбыҙҙы хәтерләп, данлап беҙ уны тағабыҙ.

«Берҙәм Рәсәй» Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе. Был Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү символын тәнҡитләүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Закон проектына ярашлы, асыҡтан-асыҡ таҫманың дәрәжәһен төшөргән өсөн енәйәти йәки административ яуаплылыҡ янай.

Георгий таҫмаһы күп йылдар инде халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы символы булып тора. Сит илдәрҙә был символды тәнҡитләү күренештәре йышайҙы. Парламент ҡарауына индерелгән документта билдәләнеүенсә, таҫма тарихи хәтерҙе һаҡлауға бәйле маҡсатта ғына файҙаланылырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: