

Баш ҡаланың "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республикабыҙҙың "Ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы иғлан иткән "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсының финалы һәм гала-концерты үтте. Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ҙә маҡсат итеп ҡуйыла.
Конкурсҡа бөтә республиканан атайҙар һәм улдарҙың вокаль ансамблдәренән йөҙгә яҡын ғариза бирелгән. Жюри һайлап алыу үткәреп, 16 ансамблде финалға сығара, улар юғары башҡарыу кимәлен һәм конкурстың маҡсаттарына тап килеүен күрһәтә.
Был мәртәбәле конкурста Баймаҡтан Заһит менән Басир Сәфәрғәлиндар лайыҡлы икенсе урынға һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да ижади үрҙәр, яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Афарин!