+11 °С
Облачно


Республикабыҙҙа «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Уның сиктәрендә үҫмерҙәр, йәштәр, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр сауҙа үҙәктәрендә, майҙандарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа Георгий таҫмаларын тарата һәм уларҙы тағырға ла өйрәтә.
Был акцияға Ҡуянтау ауылының “Ҡояшкай” балалар баҡсаһы ла ҡушылды. “Звездочки” төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр тәрбиәселәр менән бергә ауыл урамдары буйлап үтте һәм 60-тан ашыу таҫма таратты.
Георгий таҫмаһы - илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы, хәрби батырлығы һәм даны символы. Ул төрлө тарихи осорҙа Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарына ҡарата ғорурлыҡ һәм ихтирам билдәһе. Был символ беҙҙе еңеүселәрҙең рухын лайыҡлы һаҡларға рухландырһын!