80 лет Победы
22 Апреля 2025, 10:05

Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 төп ҡарағай

- Вәғәҙә - иман тип, бөгөн вәғәҙәмде үтәп ҡуйҙым. Мине берәү ҙә көсләп эшләтмәй, ҡушмай ҙа, түләмәй ҙә. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөйөм, - ти Фәйзрахман ағай Усманов.

Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 төп ҡарағайЕңеүҙең 80 йыллығына - 80 төп ҡарағай
Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 төп ҡарағай

Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман ағай Усмановтың экологик өмәләр ойоштороп, тирә-яҡты таҙартыуға, йәшелләндереүгә тос өлөш индереүен күптәр беләлер. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек үткән “Таҙа Һаҡмар”  акцияһын башлап ебәреүсе лә ул.

Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар  -  Сыңғыҙҙа тау битен кәртәләп, меңдән ашыу ағас ултыртҡан замандаштарыбыҙ. Улар йыл һайын үҙ теләктәре менән Һаҡмар йылғаһы буйын таҙалауҙары менән дә маҡтаулы.

Дамира апай менән Фәйзрахман ағай йыл һайын тиерлек Сибайҙа урынлашҡан "Урал аръяғы" шифаханаһында ял итә. Уҙған көҙ һаулыҡтарын нығытҡан мәлдә улар шифахана директоры Ратмир Ғөбәйҙуллинға учреждение биләмәһенә ағас ултыртырға вәғәҙә бирә. Һәм бына вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, улар ҡыҙҙары Рәмилә, кейәүҙәре Фәрит, ҡоҙағыйҙары Миңнур Моратовтар менән берлектә "Урал аръяғы" шифаханаһы биләмәһенә 80 төп ҡарағай ултыртты.

- Улыбыҙ һәм Әбйәлил районындағы ҡоҙабыҙ Әнисәр Килдейәров үҫентеләр табып бирҙе. Вәғәҙә - иман тип, бөгөн вәғәҙәмде үтәп ҡуйҙым. Мине берәү ҙә көсләп эшләтмәй, ҡушмай ҙа, түләмәй ҙә. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөйөм. Бер аҙ булһа ла тәбиғәтте һаҡлауға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Барса кеше ағас ултыртһа, тирә-яҡты таҙалауға, сүпләмәүгә ыңғай ҡараһа һәм үҙ өлгөһөндә йәштәргә үрнәк күрһәтһә, донъябыҙ күпкә күркәм булыр ине. Кемдәндер көтөп ятырға кәрәкмәй, был ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ йәшәй. Был ер үҙебеҙгә кәрәк, - ти 76-сы йәш менән барыусы Фәйзрахман Егетбай улы.

Улар ағас ултыртып ҡына ҡалмай, шифахана хеҙмәткәрҙәре элек ултыртҡан ағастарҙы тәрбиәләп, ҡороғандарын бысып, урынына яңы йәш үҫентеләр ултыртып та киткән.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас