+11 °С
Облачно
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ҡала ойошмалары һәм учреждениелары араһында иғлан ителгән Бөйөк Еңеүгә һәм Ватан һаҡсылары йылына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотры дауам итә. Кисә халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Урал аръяғы агросәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергитика колледждары коллективтары сығыш яһаны. Патриотик рухтағы йырҙар, шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Артабан түбәндәге ойошмалар сығыш яһаясаҡ:
14 апрель
- 17.00 сәғәттә балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, Баймаҡ телевидениеһы
- 18.00 сәғәттә ҡала хакимиәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары
15 апрель
- 18.00 сәғәттә үҙәк район дауаханаһы