Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан билдәле кавалерист яҡташтарыбыҙҙың яҡындары менән осрашыу үтте.
Ҡунаҡтар араһында Миңдеғол Арыҫлановтың улы Рәсүл Арыҫланов, Ғәлиәхмәт Сәйфуллиндың ейәнсәре Земфира һәм ейәне Ринат Ильясовтар, Фәхрислам Үҙәнбаевтың улы Мансур Үҙәнбаев һәм Йыһаннур Байегетовтың улы Ғәзиз Байегетов ҡатнашты.
Улар аталарының һәм олатайҙарының батырлыҡтары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, геройҙарҙың һуғыштан һуңғы тормошо, ҡәҙерләп һаҡлаған иҫтәлекле фотоһүрәттәре, һуғыш йылдары тураһында яҙылған яҙмалары һәм көндәлектәре тураһында әйтеп үтте. Ҡунаҡтар Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән яҡындары менән ғорурланыуын белдерҙе, илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкәндәрҙең хәтерен һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Китапханасылар яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында тере хәтирәләр һаҡлаған Р.Үтәғоловтың «Батырлыҡ» һәм А.Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» китаптарынан өҙөктәр уҡыны. Китаптар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге тураһында хәтерләтеп тороуын белдерҙе.