Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2023, 11:39

Мәктәп тамамлағандан һуң ҡайҙа уҡырға барырға?

Башҡортостан уҡыусылары быны «Профессионалитет» проекты ярҙамында белә ала.

«Профессионалитет» – колледждарҙа федераль белем биреү программаһы. Программа ярҙамында мәктәп тамамлаусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөнәр алырға мөмкин. Уҡыуҙы тамамлағандан Һуң партнер компанияларҙа, шул иҫәптән, республика компанияларында эшкә урынлашырға була.

Программа сайтында 25 һорауҙан торған һөнәри йүнәлеш буйынса тест бар. Тест һөҙөмтәһе уҡыусыға яраҡлы эшмәкәрлек өлкәһен һәм һайланған өлкәлә белем алырға мөмкин булған колледждарҙы күрһәтәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт — https://vk.cc/cdjxA6 сайтында.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: