Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2023, 12:13

2023 йылдың декабрендә ниндәй закондар үҙ көсөнә инә?

Рәсәй сайттарында авторизация үтеү ҡағиҙәләре үҙгәрә: https://vk.cc/csQg6S

Хәҙер Рәсәй Федерацияһының интернет-ресурстарында Рәсәй телефоны номеры буйынса, Дәүләт хеҙмәттәре, берҙәм биометрик йәки тулыһынса йәиһә 50 процентҡа беҙҙең ил контролендә булған башҡа система ярҙамында ғына авторизация үтергә мөмкин.

Пенсия тупланмаларын законһыҙ күсереүгә ҡаршы көрәш көсәйәсәк: https://vk.cc/csZkrF

Финанс вәкиле пенсия тупланмаларын бер пенсия фондынан икенсеһенә законһыҙ күсереү тураһындағы судтан тыш бәхәстәрҙе ҡараясаҡ. Был тәңгәлдә ҡулланыусы элекке страховкалаусыға аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап иткән осраҡтар тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ, халыҡтың дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына ҡуйған талаптарына ҡарата 500 мең һум күләмендәге сикләү булмаясаҡ.

Сит ил паспортын ғәмәлдән сығарыу нигеҙҙәре аныҡлап билдәләнде: https://vk.cc/csZkta

Паспортты юғалтыу, уның ғәмәлдә булыу ваҡытының тамамланыуы, гражданлыҡтың туҡтатылыуы, паспорттағы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр, Рәсәйҙән сығыу хоҡуғы сикләнгән РФ гражданының етди сәбәптәрһеҙ үҙенең паспортын вәкәләтле органдарға һаҡлауға тапшырмауы һәм башҡа сәбәптәр быға нигеҙ булып тора.

Ниндәй эҙемтәләргә килтереүен баһаламайынса тороп, мәҙәниәт учреждениеларын ябыуҙы тыйҙылар: https://vk.cc/csZkuN

Дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениеһын комиссия баһаһы һәм халыҡтан һорау алыу нигеҙендә генә үҙгәртеп ҡороу йәки бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Тулыраҡ — Дәүләт Думаһының рәсми битендә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: