Иртәгә, 26 апрелдә, Башҡорт теленән 11-се халыҡ-ара диктант була. Быйылғы диктанттың темаһы - Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы, шулай уҡ тыныслыҡ һәм берҙәмлек.
Нисек ҡатнашырға?
Офлайн: 28 апрелдә ҡаланың 4-се лицейында. Сара сәғәт 9-ҙа башлана. Онлайн: 26 апрелдә сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә дикторҙар диктант тексын “тура эфирҙа” уҡый башлай.
11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр кем, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, диктант яҙыуға ҡушыла ала. Рәсми һөҙөмтәләр https://bashdictant.ru/ сайтына урынлаштырыла.
“Тура эфир”ҙан һуң сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эфирҙы ҡабатлау һәм диктантты яҙыу буласаҡ. Дуҫтар, Халыҡ-ара диктантҡа ҡушылығыҙ һәм ҙур ваҡиғаның бер өлөшө булығыҙ!