Бөгөн Баймаҡ полилинваль күп профилле лицей-интернатында Башҡорт теле көнөнә арналған сара ике өлөштән торҙо. Тәүгеһе - бөйөк шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы тантаналы линейка булһа, икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл артында үтте. Унда директор вазифаһын башҡарыусы Рәсимә Моратова, мәғариф ветераны Ғәйниямал Ишалина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Сарала уҡыусыларға иң аҙаҡ уҡыған башҡортса китабығыҙ, телефонығыҙҙа башҡорт шрифты бармы, башҡорт тел үҫешенә ниндәй өлөш индерә алыр инегеҙ кеүек һорауҙар яңғыраны. Уҡыусыларҙың һәр һорауға ентекле, төплө яуап биреүҙәре ҡыуандырҙы.
Түңәрәк өҫтәл артындағы тел темаһына арналған сара "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын күмәкләп йырлау менән тамамланды.