Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор

Теле барҙың - иле бар

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының телде цифрлаштырыу буйынса эшләгән проекттары айырым иғтибарға лайыҡ. Һуңғы биш йыл эсендә бихисап эштәр эшләнгән

Теле барҙың - иле барТеле барҙың - иле бар
Теле барҙың - иле бар

Республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының телде цифрлаштырыу буйынса эшләгән проекттары айырым иғтибарға лайыҡ. Һуңғы биш йыл эсендә бихисап эштәр эшләнгән:

- bashkortsoft.ru онлайн тәржемәсеһе. Уның ярҙамында текстарҙы рус теленән башҡортсаға, башҡортсанан - руссаға тәржемә итергә мөмкин. Был сайттың барлыҡҡа килеүе гугл һәм яндекс тәржемәселәренең башҡорт теленә тәржемәләрен яңы кимәлгә сығарҙы;

- tiksher.eu сайты. Уның ярҙамында башҡорт телендәге текстарҙың хаталарын тикшереп була;

-  "Һомай" аҡылы колонкаһы. Беренсе башҡорт аҡыллы колонкаһы башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уңайлы инструмент. Ул башҡортса һәм русса аңлай, башҡортса әкиәттәр, йырҙар ҡуя;

 - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сайты - ramigaripov.ru. Бында башҡорт классигының тормошо һәм ижады менән танышырға мөмкин.

- Бөтә Рәсәй кимәлендә эшләнгән "Родной язык" ҡушымтаһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса дәрестәр булдырылды. Ҡушымтаның сайты: rodnoy.fun

- Башҡорт теленән онлайн-олимпиада. Уның ярҙамында теләгән кеше башҡорт телен ниндәй кимәлдә белеүен тикшерә ала.

- Башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар: "Сәләм", PRO Сәләм", "IQ Балабаш", "Башворд";

- Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн "Интерактив башҡор теле" сайты һәм мобиль ҡушымтаһы: basic.bashlang.ru

- Башҡорт телендә онлайн-уйындар; "Әлләсе", "Хәйләкәр төлкө" ҡушымталары

-Мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балалар өсөн йәнһүрәттәр: balalar.org

2023 йылда шулай уҡ башҡорт телен популярлаштырыусы проекттар эшләгән кешеләр өсөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы гранттар тапшырҙы. Улар араһында башҡорт телен цифрлаштырыуға йүнәлтелгәндәре бар; башҡорт телендә параллель һөйләмдәр коллекцияһын булдырыу, башҡорт әкиәттәрен, фольклорын өйрәтеүсе Folk Game чаты, социаль селтәрҙәр өсөн видеороликтар һ.б.

Был проекттарҙың барыһы ла туған телебеҙҙең киләсәге өсөн борсолған, уның үҫешенә үҫеш индерергә теләгән әүҙем кешеләр - төрлө өлкәләге белгестәр менән берлектә тормошҡа ашырылған.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас