Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Айгөл менән Айтуған башҡортсаға өйрәтә

"Әлифба" - 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа һәм бик күңелле йәнһүрәттәр серияһы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондыбыҙҙан бүленгән грантҡа йәнһүрәт сериалы төҙөлә.

Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын. Киләсәктә улар башҡортса уҡыһын, һөйләшһен, уйлаһын һәм йырлаһын өсөн эште күңелле «Әлифба» менән таныштырыуҙан башлайыҡ.

Балаларға башҡорт телен өйрәтеү ҙә мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм еңел булырға тейеш. Танышығыҙ: Айгөл һәм Айтуған. Улар башҡорт алфавиты хәрефтәре тураһында һөйләйәсәк. "Әлифба" - 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа һәм бик күңелле йәнһүрәттәр серияһы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондыбыҙҙан бүленгән грантҡа йәнһүрәт сериалы төҙөлә. Проектты рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев һәм «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Муха»студияһы әҙерләгән. Һәр серия өҫтөндә, сценарий яҙыусылар һәм рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, уҡытыусылар эшләй. Элек бындай йәнһүрәттәрҙе телевизор аша ғына күрһәткәндәр, ә хәҙер социаль селтәрҙәрҙә, проекттың рәсми төркөмөндә лә ҡарарға мөмкин.

https://vk.com/club224558725 һылтанмаһы аша инеп, балаларығыҙ менән бергә ҡарағыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: