Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Туған телгә һөйөү тәрбиәләп

Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата иғтибарҙы арттырыу. Юҡҡа ғына балалар кейгән футболкаларҙа ла "Мин башҡортса һөйләшәм" тип яҙылмаған.

Күптән түгел Ҡурған өлкәһендә балалар өсөн "Ихлас" тип аталған форум үтте. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Өс көнлөк сменала Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән райондарынан 80 уҡыусы ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата иғтибарҙы арттырыу. Юҡҡа ғына балалар кейгән футболкаларҙа ла "Мин башҡортса һөйләшәм" тип яҙылмаған.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт «Ихлас» балалар проекты сменаһынан видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: