Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәнһүрәтте башҡорт телендә ҡарарға мөмкин

Радиожурналист Айбулат Сисәнбаев Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының гранты ярҙамында йәнһүрәттең башҡортса вариантын булдырған.

Йәнһүрәтте башҡорт телендә ҡарарға мөмкин
Йәнһүрәтте башҡорт телендә ҡарарға мөмкин

Был йәнһүрәт өс айыу тураһында. Унда Гризли (Гриз), Панда (Пан-Пан) һәм Аҡ айыуҙың тормошо һүрәтләнә.

Радиожурналист Айбулат Сисәнбаев Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының гранты ярҙамында йәнһүрәттең башҡортса вариантын булдырған.

- Был ҡыҙыҡлы йәнһүрәттә айыуҙар интернет селтәрендә кешеләр араһында популяр булырға тырыша, йәмғиәттә йәшәргә өйрәнә, төрлө проблемалар аша үтә. Йәнһүрәт үҙ-ара ярҙамға, дуҫлыҡҡа, изгелеккә өйрәтә, ул бар донъяла популяр. Мин уның башҡортсаһы ла булыуын теләнем, – ти Айбулат.

Интернетта башҡорт телендә контенттың аҙ булыуы Айбулатҡа ошо проектҡа тотонорға этәргес көс биргән. Башҡортса тауышландырылған йәнһүрәттәрҙе социаль селтәрҙәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә ҡарарға була.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: