Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле бүлмә асылды

Арабыҙҙа булмаған әҙиптәрҙең яҡындары үҙҙәре тапшырған экспонаттарҙы ҡарап, яҡындары өсөн һөйөндө, тулҡынландырғыс минуттарҙа кисергән тәьҫораттары менән бүлеште...

Үҙенсәлекле бүлмә асылды
Үҙенсәлекле бүлмә асылды

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мәҙәни мираҫ йылы айҡанлы һәм Республика көнө алдынан тулкынландырғыс сара – якташ шағир-яҙыусыларға арналған әҙәбиәт кабинет-музейы асылды. Иҫтәлекле ваҡиғала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Мөнир Ҡунафин, яҡташ шағир-яҙыусылар Әхмәр Үтәбай, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Әминә Яхина, район йәмәғәтселеге, яҡташ яҙыусыларҙың туғандары, яҡындары, “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Баймаҡ районы республикала таланттарға бай яҡ булып танылған. Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән талантлы шағир-яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби мираҫын һаҡлау, тормош юлын, ижадын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатынан булдырылған музейҙа 27 авторҙың китаптары, фотолары, ҡульяҙмалары, шәхси әйберҙәре йыйылған.

– Иң тәүге экспонаттар менән бүлешеүселәр Башҡорт халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ғаиләһе булды, башланған эштең һәр этабы менән ҡыҙыҡһындылар. Һәм бөгөн үҙҙәре була алмаһа ла, сәләмдәрен еткерҙеләр. Музей эше – уны асыу менән тамамланмай, киреһенсә, башлана ғына. Әле уның фонды тағы ла тулыланыр тип ышанабыҙ. Был тәңгәлдә артабан да эҙләнеү эштәре алып барасаҡбыҙ. Бөгөн мин яҡташтарыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур иғтибар бүлгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Тажетдинов Илшат Азамат улына, район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улына, музей асыу идеяһын ихлас ҡабул иткән ижадсы яҡташтарыбыҙға һәм был эште атҡарып сыҡҡан коллективыма рәхмәтлемен. Музейҙың ишектәре һәр кемгә асыҡ, ул айырыуса үҫеп килгән йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә булышлыҡ итер тип өмөтләнәм, – тине үҙ сығышында китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы. Тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.А.Тажетдинов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова сығыш яһаны. Илшат Азамат улы райондаштарын ошондай ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе. Яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипова иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы төбәгебеҙҙең шағир-яҙыусылары исеменән һөйөнөүен белдерҙе. – Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы көн. Ниһайәт, күптән ниәтләгән, бойомға ашыуын теләп йөрөгән эш башҡарылды, райондан сыҡҡан яҙыусы-шағирҙарға арналған музей асылды! Арабыҙҙан киткән әҙиптәребеҙҙең дә рухтары шаттыр, әҙәби мираҫтары ошо кабинет-музейҙа ҡәҙерләп һаҡланасаҡ һәм ижадтары өйрәнеләсәк, үҫеп килгән йәш быуынға еткереләсәк, – тине ул.

 

Тантаналы рәүештә таҫмалар киҫелгәс, барыһы ла эскә үтеп, музей-кабинет менән танышты. Бында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергән сәсәндәребеҙ, биография биттәре ниндәйҙер кимәлдә Баймаҡ төбәге менән бәйле шәхестәр һәм районыбыҙҙан сыҡҡан Яҙыусылар берлеге ағзалары – шағир-яҙыусыларыбыҙ тураһында мәғлүмәт тупланған: иҫтәлекле фотолар, ҡулъяҙмалар, бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр, баҫыу машинкалары, сувенирҙар, бер-нисә быуатҡа шаһит ҡомартҡылар һ.б. Арабыҙҙа булмаған әҙиптәрҙең яҡындары үҙҙәре тапшырған экспонаттарҙы ҡарап, яҡындары өсөн һөйөндө, тулҡынландырғыс минуттарҙа кисергән тәьҫораттары менән бүлеште. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: