Финалсылар балаларында традицияларға һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләй, онотолоп барған халыҡ кәсептәрен тергеҙә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат секретары Минзиә Каспранова.
БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева рәйеслегендәге жюри «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә ижады» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләне.
Гран-приҙы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе Юлдыбай ауылында йәшәй. Урал менән Гөлгөнә ике бала тәрбиәләй: ҡыҙҙары Дилараға — 10, улдары Ирханға 4 йәш. Хөснуллиндарҙы яҡташтары йүнсел, талантлы ғаилә тип белә. Ғаилә башлығы милли уйын ҡоралы — ҡурай эшләү менән шөғөлләнә. Был һөнәргә уны атаһы, оҫта ҡуллы Рәмил ағай өйрәткән. Ул ағасты семәрләү менән шөғөлләнгән, милли биҙәкле йыһаз эшләү оҫтаханаһын асҡан. Урал Рәмил улына был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу атаһынан күскән. Бер нисә йыл элек үҙе лә оҫтахана асып ебәргән, хәҙер музыканттарҙың заказдарын башҡара. Инструментҡа һорау ҙур, ти Урал Хөснуллин. Еңеүселәр был аҡсаға оҫтахана өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһынан репортажды Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин. Тапшырыу 1 мартта киске сәғәт 9-сы 15 минутта эфирға сыға.
Конкурсты ойоштороусылар — Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.