Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
20 Февраль , 10:15

Коронавирус беҙҙең менән "ҡалды"

Тажлы үләттең пандемияһы барған осорҙа уҡ медицина ғалимдары был ауырыуҙың кешелек менән ҡаласағын белдергәйне. Республикала коронавирус менән әлеге ваҡытта ауырығандарҙың күпселеген ололар тәшкил итә...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус менән ауырыған 70 кеше билдәләнгән. Стационарҙа 118 кеше дауалана. Шуларҙың 91-е - 60 йәште үткәндәр. 1668 кеше амбулатор рәүештә дауалана. шуларҙың 758-е - оло кеше. Бер тәүлек эсендә 89 кеше коронавирустан һауығып сыҡҡан. Мәғлүмәттәр БР һаулыҡ министрлығы сайтында бирелгән.

Үҙегеҙҙе, өлкән йәштәге атай-әсәйҙәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: