Пандемия
24 Декабря 2023, 13:38

Баҙарҙа хаҡтар нисек?

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында иткә һорау ҙур булды

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҙарҙа хаҡтар нисек?Баҙарҙа хаҡтар нисек?
Баҙарҙа хаҡтар нисек?

Бөгөн йәкшәмбе баҙарында һөт һәм ит продукцияһына шул уҡ кимәлдә ҡалды. 1,5 литр һөт - 100, ҡатыҡ - 80, 0,5 литр ҡаймаҡ - 350, 1 кг май - 750, 1 кг эремсек - 150, бер баш ҡорот - 100, ҡыҙыл эремсек 150 һум ине.

Ҡаҙ итенең килограмы өсөн - 700-750, бройлер - 380, күркәнеке өсөн 500 һум һоранылар.Һыйыр итенең килограмын 450-650, йылҡыныҡын 600 һум менән тәҡдим иттеләр.

Беҙ биҙрә картуф - 250, миндектең пары - 200, бер һепертке - 50, тоҙланған ҡыяр, помидор (3 литр банкала) - 350-380, кәбеҫтә - 500 һум.Тоҙланған бәшмәк (1 литр банкала) - 500 һум. Туңдырылған ер еләге (3 литр һауытта) 800 һум тора ине.

Автор:Азамат Мухаметшин