Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
15 Декабрь 2023, 18:55

Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе

Улар - ысын ир-егеттәр, Тыуған илебеҙҙең терәге һәм ышанысы. Уларға оло ихтирамымды һәм Баймаҡ агросәнәғәт колледжы коллективына оло рәхмәтемде белдерәм, тине Радий Хәбиров...

Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе

Бөгөнгө беҙҙең районға эш сәфәре ваҡытында республика Башлығы Баймаҡ агросәнәғәт колледжында ла булды. Радий Фәрит улы үҙенең тәьҫораттары менән үҙенең Телеграм каналында уртаҡлашты:

-Беҙ йәштәребеҙ өсөн улар лайыҡлы булған иң яҡшы шартттарҙы тыуҙырырға тырышабыҙ. Шуның өсөн йыл һайын Башҡортостандың колледждары һәм ятаҡтарында реконструкциялау үткәрәбеҙ. Һөнәри уҡыу йорттарына ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙгә эшсе ҡулдары етмәүен дә билдәләп китергә кәрәк.

Минең янымда - Артем Горюнов. Ул тракторсы, "Рәсәйҙең йәш профессионалдары" конкурсы призеры. Ул Баймаҡ агросәнәғәт колледжының 3-сө курсында уҡый, производство мастерына уҡытырға ярҙам итә. Унан киләсәккә маҡсаттары тураһында һорағас, тәүҙә армияға барасағын, унан һөнәре буйынса эшләйәсәген белдерҙе. 

Ислам Килдин да өсөнсө курста уҡый. Ул, республикала үҙ тиҫтерҙәре араһында, иң яҡшы иретеп йәбештереүсе, "Абилимпикс" конкурсы ҡатнашыусыһы. 

Был егеттәрҙең төркөмдәше Рәшит Ғәбитов армиянан һуң контракт буйынса хеҙмәт итергә уйлай. 

Улар - ысын ир-егеттәр, Тыуған илебеҙҙең терәге һәм ышанысы. Уларға оло ихтирамымды һәм Баймаҡ агросәнәғәт колледжы коллективына оло рәхмәтемде белдерәм.

Фотолар - Радий Хәбировтың Телеграм каналынан  

Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Республика Башлығы агросәнәғәт коллеждына рәхмәтен белдерҙе
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: